Арҙаҡлы шәхестәребеҙМузыканттар, актерҙар

Әхмәтов Хөсәйен


Баймаҡ районында Сыңғыҙ тигән бер ауыл бар. Ул тарихи ваҡиғаларға бай булыуы менән билдәле. Бынан тыш ауыл бик күп талантлы кешеләрҙең тыуған төйәге лә. Улар араһында билдәле композитор, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР  ҙың халыҡ артисы Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов та бар.

Хөсәйен Әхмәтов  тәүге башҡорт классик романсы («Төнгө Урал» ), башҡорт балладалары, поэмалар авторы. Уның романтик рухлы, билдәле соната-фантазияһы Башҡортостандың фортепиано көйөн биҙәй. Симфоник сюиталары, шул иҫәптән Лирик сюитаһы ла  сағыу симфоник фреска булып тора. Байрамса, башҡорт далаларының саф һауаһы менән һуғарылған, оптимистик рухлы, ул авторҙың ярһыу дәртен үҙ эсенә алғандай.

"Замандаштар" операһы ( Баязит Бикбай либреттоһы) тәүге ҡуйыуҙа уҡ ҙур уңыш менән файҙалана.

Үҙенең ижади юлында Хөсәйен Әхмәтов милли художество фекерләүенә тап килгән музыкаль баҙыҡлыҡты эҙләй. Башҡорт оҙон көйҙәре белгесе һәм башҡарыусы-фольклорсы булараҡ, уға тиңдәрҙе табыуы мөмкин түгел.

Оҙаҡ ваҡыт Әхмәтов Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе һәм Башҡортостандың хор йәмғиәте рәйесе булып эшләй.

1993 йылдың 8 ғинуарында Хөсәйен Әхмәтов беҙҙең аранан китте. Гәзиттәрҙә баҫылған некрологта уның башҡорт музыка мәҙәниәтендә тотҡан роле асыҡ билдәләнә. «Х. Ф. Әхмәтовтың ижады тематика һәм жанрҙары буйынса күп төрлө. Ул  опера һәм балет, симфоник һәм хор әҫәрҙәре, камера-вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәр, спектакль һәм кинофильмдарға көйҙәр авторы. Оҫта тарафынан ижад ителгән өс йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар, бер нисә вокаль цикл, балладалар, поэмалар беҙҙең музыкаль мәҙәниәттең алтын хазинаһына инде.

Композитор халыҡ ижадына ла оло һөйөү менән ҡарай. Ул йөҙҙән ашыу халыҡ йырҙарын йыйып, айырым йыйынтыҡ итеп сығара. Уның авторлығында шулай уҡ „Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре“ һәм „Башҡорт оҙон йырҙары“ донъя күрә».


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Музыканттар, актерҙар

 
Башҡортостан 450