Агиш Сәғит
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиш 1904 йылдың декабрендә (1905 йылдың ғинуары) Ырымбур губернаһының Иҫәнгилде ауылында тыуған. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлағас, Ғабдулла Амантай менән бергә Өфөгә килә. “Уларҙы ҡаланан бигерәк, “Йәш пролетарий” гәзите, ғөмүмән, Өфөләге матбуғат, әҙәби мөхит үҙенә тартты, тип иҫкә алды Баязит Бикбай. “Комсомол гәзите”нең һәр һанында тиерлек уларҙың дәртле шиғырҙары баҫыла башланы”. 1928 йылда Сәғит Агиш “Беҙҙең көлөү” исемле үҙенең тәүге шиғри йыйынтығын сығара.
Йәш шағир Владимир Маяковский ижады йоғонтоһо аҫтында башҡорт шиғриәтендә традицион башланғыстан ситкә китеп, яңы формалар эҙләй. Тиҙҙән ҡыҫҡа юмористик хикәйәләргә күсә һәм ошонда үҙен таба. Сәғит Агиш хаҡлы рәүештә ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы итеп таныла һәм үҙе ошо жанрҙы ярата.
Сәғит Агиш оло тормош юлы үтә. Республика матбуғатында эшләй, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Дәүләкән, Сермән педучилищеларында, Ғафури районының Сәйетбаба мәктәбендә уҡыта. 1949-1951 йылдарҙа “Әҙәби Башҡортостан” журналында мөхәррир була.
Сәғит Агиш 1973 йылдың 21 майында вафат була. Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. “Нигеҙ” романы (1951) 20-30-сы йылдарҙа башҡорт тормошоноң үҙгәреүен, яңы интеллигенцияның формалашыуын һүрәтләй.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланған. Уға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелгән. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың ҡәбере Мосолман зыяратында.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |