Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Юлтый Дауыт


Дауыт Юлтый 1893 йылдың 18 апрелендә Ырымбур губернаһының Юлтый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Нисек тә уҡыу мөмкинлеге алыу өсөн батраклыҡҡа ялланып эшләй.

Ағалары менән бергә Дауыт Юлтый беренсе донъя һуғышының еүеш окоптарын, ғөмүмән, һуғыштың асылын үҙе танып белә. Октябрь революцияһы башланғас, икеләнмәй Ҡыҙыл гвардияға ҡушыла, граждандар һуғышының күп фронттары аша үтә. Ул ҡоралы менән дә, ҡәләме менән дә һуғыша. “Ҡыҙыл йондоҙ” гәзите мөхәррире, Туҡ-Соран кантонында хәрби комиссар була.

1921 йылда Дауыт Юлтый “Башҡортостан” гәзите мөхәррире булып эшләй.

Дауыт Юлтыйҙың беренсе китабы 1921 йылда сыға. Мәскәүҙә ҡыҙыл профессура институтында уҡып ҡайтҡандан һуң Юлтый “Октябрь” журналы мөхәррире була, Башҡортостандың Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша. Был йылдарҙа уның көрәш һәм хеҙмәт пафосы менән һуғарылған “Нефть тураһында әкиәт”, “Айһылыу”, “Мәйсәрә” поэмалары сыға. Прозаик булараҡ Дауыт Юлтый үҙен “Ҡан” романында, “Бәләкәй Ҡотош”, “Камилә” кеүек хикәйәләрендә күрһәтә.

Дауыт Юлтый күренекле драматург та була. 1920 йылда яҙылған “Ҡарағол”дан башлап уның пьесалары күп театр сәхнәләрендә ҡуйыла. Яҙыусы һәм Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәте һәм халыҡ ижады тарихы һәм теорияһы мәсьәләләре буйынса күп ҡыҙыҡлы һәм мөһим мәҡәләләр яҙа. Бына ни өсөн крәҫтиән улы, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм республикала матбуғат эшен ойоштороусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙың милли мәҙәниәттәге эҙе тәрән һәм юйылғыһыҙ.

Таҡтаташ нығытылған биш ҡатлы таш йорт баш ҡалала киң билдәле. Был 1933-35 йылдарҙа төҙөлгән тәүге иң яҡшы йорттарҙың береһе була. Яҙыусы был йорттоң беренсе подъезында етенсе фатирҙа йәшәгән.

Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1977 йылдың 6 декабрендәге ҡарары менән баш ҡаланың Октябрь районындағы бер урамға (элекке Магадан урамы) Дауыт Юлтый исеме бирелә. Ул Шота Руставели урамынан Хабаровск урамына тиклем үтә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450