МәҙәниәтХалыҡтар мәҙәниәте
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Халыҡтар мәҙәниәте
• 
БР Милли үҙәктәре

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Улар бер ғаилә кеүек, үҙ дуҫлыҡтарының ҡәҙерен белергә, ауыр саҡта бер-береһенә ярҙам итергә, бер-береһенең уңыштарына ҡыуанырға өйрәнгән. Республикабыҙ Рәсәйҙең иң тотороҡло төбәктәренең береһе булыуы – уларҙың дөйөм ҡаҙанышы. Милләт-ара килешеү, яҡшы күршеләр булыу традицияһы – Башҡортостан етәкселеге яғынан айырым хәстәрлек предметы. Республикала дәүләт милли сәйәсәте өҫтөнлөктәре – бөтә халыҡтарҙың иркен үҫеше, туған телде, үҙенсәлекле милли мәҙәниәтте һаҡлау. Был милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә баланс, бер-береңә ихтирам һәм ышаныусанлыҡ тәьмин итә.

Республика территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереүгә, 2003-2012 йылдарға “Башҡортостан халыҡтары”, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү программаһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса Программа кеүек, дәүләт программалары комплексын тормошҡа ашырыу булышлыҡ итә.

Республикала 60 милли-мәҙәни үҙәк эшләй, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Урыҫтар соборы, Татарҙар конгресы, Сыуаштар канашы (съезы), Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы, “Эрвел Марий” төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы һәм башҡалар. Улар 2000 йылда төҙөлгән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына инә.

1995 йылдан республикала БР Халыҡтар дуҫлығы йорто – дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы эшләй, унда милли-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостандың дәүләт һәм башҡа халыҡтары телдәренең ғәмәлдә булыу өлкәһен киңәйтеү 2006 – 2010 йылдарға БР халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлеше. Республикала 61 матбуғат баҫмаһы – рус, 56 – башҡорт, 32 – татар, өс – мари, өс – сыуаш, бер – удмурт, бер – башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сыға. 2006 йылда байтаҡ дубляж гәзиттәре ҡайтанан теркәлде һәм үҙ аллы гәзиткә әйләнде. Шулай итеп, милли баҫмалар сегментында башҡорт телендә  12 гәзит, 16 – татар, ике сыуаш, ике мари телендә гәзит өҫтәлде. Был гәзиттәрҙең йөкмәткеһен үҙгәртеү, уларҙа милли тормош мәсьәләләрен яҡтыртыуға күберәк иғтибар бүлеү мөмкинлеге бирә.

Республикала тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу мәҙәни традицияларҙы һаҡлауҙа һәм милли үҙаңды тергеҙеүҙә яңы йүнәлеш булды. Бөгөн улар 14. Республиканың был тәжрибәһе уникаль, Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә бындай үҙәктәр юҡ. Уларҙың Башҡортостан Президенты указдарына ярашлы төҙөлөү факты ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй.

2006 йылдың апрелендә ҡабул ителгән Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары булараҡ статусын билдәләне. Һәр үҙәктең үҙ үҫеш концепцияһы бар.

Милли мәҙәни проблемаларҙы хәл итеүҙә Башҡортостан тәжрибәһе, һис шикһеҙ, дөйөм Рәсәй әһәмиәтенә эйә. Бер тапҡыр Өфөгә килгәнендә РФ Президенты Владимир Путин республиканың был өлкәләге тәжрибәһен юғары баһаланы. Ул “Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр күплеге, халыҡтар дуҫлығы менән бөтә Рәсәйебеҙ сағыла…

Беҙ Башҡортостандан өлгө аласаҡбыҙ һәм Рәсәйҙең быуаттар буйына өлгәшкән ҡаҙаныштарын ҡәҙерләйәсәкбеҙ” тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Халыҡтар мәҙәниәте

 
Башҡортостан 450