Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү өсөн халыҡтың күп быуатлыҡ ауыҙ-тел ижады яҡшы нигеҙ булып тора. Боронғо сәсәндәрҙең исемдәре, уларҙың ярышы тураһында легендалар халыҡ хәтерендә ҡалған, ә эпостарҙа һәм иртәктәрҙә уларҙың ижады беҙҙең көндәргә килеп еткән. Борон-борондан башҡорттарҙа телдән-телгә тапшырыу йолаһы һалынған, ә һуңыраҡ ырыу һәм ҡәбиләләрҙең тарихын яҙып ҡалдырғандар. Былар тарихи риүәйәттәр, ваҡиғалар китаптары һәм шәжәрәләр. Үҙҙәренең тибы буйынса улар төрлө.
Ырыуҙың генеалогик ҡәрҙәшлеген, уның тарихындағы төп ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе һүрәтләгән генә шәжәрәләр бар, ләкин ҡайһы берҙәрендә уларҙы һүрәтләү легендалар һәм риүәйәттәр, ваҡиғаларҙы ентекле яҡтыртыу менән бергә үрелеп алып барыла. Һуңғыһы әҙәбиәт тарихы өсөн бик тә мөһим һәм ул тарихи-әҙәби ҡомартҡы булараҡ ҡаралыуы мөмкин. Бындай шәжәрәләр тел һәм стиль күҙлегенән дә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бындай шәжәрәләрҙең иң яҡшы өлгөләре әҙәбиәттең ҡабатланмаҫ милли үҙенсәлекле күренеше булып тора. ХIХ быуаттың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев кеүек күп кенә башҡорт яҙыусы-мәғрифәтселәре был яҙма сығанаҡтарҙан үҙ әҫәрҙәре өсөн материал алып ҡына ҡалмаған, шулай уҡ үҙ халҡының тамырҙарына, уның тарихи хәтере тәрәнлегенә үтеп инеүҙән илһам да алған. Был тарихи-әҙәби ҡомартҡылар хәҙерге яҙыусыларға ла күп нәмә бирә.
Республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе уҡыусы өсөн башҡорт әҙәбиәте иң элек Мостай Кәрим ижады менән күҙ алдына баҫа. Был тәбиғи лә, сөнки был танылған шағир һәм драматург, оҫта публицист, лирик повестар авторының әҫәрҙәре рус теленә генә түгел, күп яҡын һәм алыҫ сит илдәр халыҡтары телдәренә лә тәржемә ителгән.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып аҙағына тиклем ауыр һуғыш юлдарын үткән яҙыусы үҙ шиғырҙарында, “Үлмәҫбай”, “Ҡара һыуҙар” кеүек поэмаларында һуғыш фажиғәһен бик асыҡ сағылдырған һәм һалдаттарҙың батырлығын күрһәтә алған. Уның “Айгөл иле”, “Йәйәүле Мәхмүт” драмалары, “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Салауат” трагедиялары, “Ҡыҙ урлау” комедияһы уға киң билдәлелек килтерҙе.
Күп илдәр театрҙары тарафынан ҡуйылған был спектаклдәр әле булһа уларҙың репертуарында ҡала. Уның бик популяр “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса нәфис фильм төшөрөлгән. Ә күп тиҫтә йылдар элек яҙылған “Рус түгелмен, ләкин россиян мин…” тигән шиғыры бөгөн айырыуса заманса яңғырай һәм һәр ваҡыт актуаль булып ҡала.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бай ижади мираҫы – ул бик ҡуйы, йәйелеп үҫкән һәм мәңге йәшел сатыры менән ҙур ағас, ул сүллектә үҫеп сыҡмаған, ә уның менән сағыштырырлыҡ, унан алда күккә күтәрелгән башҡа билдәле ағастар араһында тамырланған. Унан алдағы мәшһүр ижадсыларҙан Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабичты атарға мөмкин. Замандаштарынан – беренсе сиратта, классикаға әйләнгән, тарихи роман-эпопеялар авторҙары Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева, унан һуң Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти.
Күп шағир һәм прозаиктарҙы ул үҫмер саҡтарында уҡ күреп алып, улар тураһында аталарса хәстәрлек күрә, һәм уларға үҙ хәрби ҡоралдарын- ҡәләмдәрен осларға ярҙам итә. Шулай ул шағирҙар Рәми Ғарипов, Ғәзим Шафиҡов, Рауил Бикбаев, Факиһа Туғыҙбаева һәм башҡа бик күптәрҙе ҙур әҙәбиәткә сығара.
Үҙ заманында драма жанрында ҡәләмен һынап ҡараған йәш журналист Флорид Бүләков драматург Мостай Кәримдән үҙенсәлекле эстафета ҡабул итә. Хәҙер Флорид Миңлемулла улы Бүләков – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты, ике тиҫтәнән ашыу пьеса авторы. Улар Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Төркмәнстан һәм башҡа илдәрҙең, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Хабаровск театрҙары сәхнәләрендә бик уңышлы бара. Ул шулай уҡ беренсе башҡорт телесериалын, ике кинороман, , бер нисә тулы метражлы фильм сценарийы, “Мөхәббәт йондоҙо” башҡорт рок-операһы либреттоһын (композиторы Салауат Низаметдинов) яҙған.
Уның “Ах, Бибинур, Бибинур” трагикомедияһы, “Әбейҙәргә ни етмәй” халыҡ комедияһы, “Шайморатов-генерал” драма-реквиемы кеүек әҫәрҙәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Республикала хәҙер талантлы прозаиктар, шағирҙар бик күп, етмәһә, улар Өфөлә генә түгел, периферияла ла аҙ түгел, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Учалы кеүек ҡалаларҙа БР Яҙыусылар союзы бүлексәләре ойошторолған. Бөгөн республикала 250-ләп Яҙыусылар союзы ағзаһы иҫәпләнә был Рәсәйҙә Мәскәүҙән ҡала иң күп һанлы яҙыусылар ойошмаһы. Әлбиттә, эш иҫәптә генә түгел. Бының менән бәйле Тула губернаторының һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр, ул юғары трибунанан “ҡасандыр Тула губернаһында бер генә яҙыусы – граф Лев Толстой ғына йәшәһә һәм ижад итһә, хәҙер иһә Тулала ун Яҙыусылар союзы ағзаһы” тип, ғорурлыҡ менән әйткәйне. Һис шикһеҙ, һуңғы һөҙөмтә йәғни, әҙәби әҫәрҙәрҙең сифаты мөһим. Ә ул башҡорт яҙыусыларының юғары.
|
|
Әҙәбиәт |