→
Мәҙәниәт→
Музейҙар
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Музейҙар
•
Төп музейҙар
Музейҙар һәм китапханалар һәр ерҙә бар. 70-се йылдар уртаһына тиклем Башҡортостанда алты музей бар ине, уларҙың дүртәүһе Өфөлә эшләне: 1864 йылда нигеҙ һалынған Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейы, В.И. Лениндың Йорт-музейы (1941 йылда асылған), Мәжит Ғафуриҙың мемориаль Йорт-музейы (1948) һәм М.В. Нестеров исемендәге художество музейы (1919). Бынан тыш, Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында 25-се Чапаев дивизияһы музейы (1940) һәм Бәләбәй районында Ыҫлаҡбаш ауылында сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Ивановтың мемориаль музейы (1940) эшләгән. Дәүләт музейҙары менән бер рәттән, бер ниндәй матди һәм методик ярҙамһыҙ, ҡоро “энтузиазмда” эшләгән 400-ләп йәмәғәт һәм мәктәп музейҙары булған.
70-се йылдарҙың икенсе яртыһынан республикала музейҙар һан яғынан да, сифат яғынан да ҡапыл күтәрелә. Музейҙар селтәрен киңәйтеү үҙәге булып Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейы тора. 80-се йылдар башына Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә уның 10 филиалы барлыҡҡа килә. Тап шул саҡта республиканың музей селтәрен үҙәкләштереү идеяһы тыуа.
1984 йылда Башҡортостан дәүләт берләштерелгән музейы төҙөлә, уға Өфөләге төп музей һәм уның республикалағы 11 филиалы инә. Бөтә дәүләт музейҙарының эшенә йүнәлеш биреүсе үҙәк барлыҡҡа килә. М.В. Нестеров исемендәге Художество музейы менән В.И. Леиндың Йорт-музейы ғына берекмәгә инмәй.
90-сы йылдар иҡтисад өсөн генә түгел, мәҙәниәт өсөн дә айырыуса ауыр һынау осоро булды. Уның бөтә “усаҡтарын”, шул иҫәптән музейҙарҙы ла, финанслауҙы ҡырҡа кәметеү күп төбәктәрҙә уларҙы ябыуға килтерҙе. Башҡортостан был фонда күпкә яҡшыраҡ була. Был йылдарҙа 30-лап экспозиция һәм музей асыла һәм яңыртыла. Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы, Өфөлә һәм Бәләбәй районының Надеждино ауылында С.Т. Аксаков музейы, Ишембай районының Көҙән ауылында Әхмәт-Зәки Вәлиди музейы һәм башҡалар. Төп музей яңы урынға – элекке Ер банкы бинаһына күсә.
Бөгөн республиканың Милли музейы – Рәсәйҙең иң эре музей берләшмәһе. Уға Өфөләге төп музей һәм Башҡортостандың ҡала һәм райондарындағы 47 филиал инә. 2001 йылда был иң өлкән музей учреждениеһын ҡайтанан ойоштороу һөҙөмтәһендә республиканың Милли әҙәбиәт музейы ойошторола, уға әҙәбиәт музейҙары берләштерелә. Музейҙар селтәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында алдынғы урынды биләй (республикала дөйөм алғанда 500-ҙән ашыу музей эшләй).
Етмәһә, музей бер ваҡытта ла бер урында тапанмай, ул тамашасыларына тыуған яҡ тарихының яңынан-яңы биттәрен аса. Беренсе башҡорт хөкүмәте музейы итеп үҙгәртелгән Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының, Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының байтаҡ экспозициялары яңыртыла, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға ҡарата Малаяҙ ауылында музей реконструкциялана. Мемориаль музейҙар ҙа яңыртыла: танылған башҡорт ҡурайсыһы һәм медагогы Ғата Сөләймәнов һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейҙарының экспозициялары киңәйтелә.
Былтыр июндә республиканың Милли музейына киң реконструкция яһап, файҙаланыуға тапшырылды. Яңы экспозиция 33 залда урынлаштырылды. Уларҙың дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Хәҙерге музей – тотош бер мәҙәниәт производствоһы. Ә унда эшләүсе кешеләр – ысын ҡаһармандар. Сөнки йәмғиәттең тарихи мираҫын йыйыу һәм һаҡлау, уны фәнни эшкәртеү менән шөғөлләнеү, йәмғиәткә еткереү, уның мәҙәни ҡеүәтен тулыландырыу – изге һәм яуаплы миссия.
Башҡортостанда китапхана хеҙмәтләндереүен төрлө милекселек формаһындағы һәм ведомство ҡарамағындағы китапханалар селтәре башҡара. Уларҙан иң мөһимдәре БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы системаһына ҡараған Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы, муниципаль китапханаларҙың 87 проценты – ауыл китапханалары.
Республиканың төп китапханаһы Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана – республиканың мөһим милли-мәҙәни ҡаҙанышы объекттарының береһе. 1921 йылдың 9 июнендә Өфө губерна ғилми китапханаһы булараҡ нигеҙ һалынған Милли китапхана бөгөн өс миллиондан ашыу документтар фонды менән иң ҙур милли китап һаҡлағыс. Көн һайын унда 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндерелә.
Китапханаларҙы яңыртыуҙың иң перспективалы йүнәлеше “2002-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһы китапханаларының компьютер селтәрен булдырыу” дәүләт программаһы менән билдәләнгән яңы мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштереү менән бәйле. Программаны тормошҡа ашырыу идара итеүҙең автоматлаштырылған системаларын һәм компьютер технологияларын индереүҙе, республиканың бөтә китапхханаларының берҙәм корпоратив мәғлүмәти компьютер селтәрен булдырыуҙы ҡарай.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
Музейҙар
Башҡортостан 450
|