ИҡтисадФинанстар

Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәре фонында тотороҡло финанс системаһы менән айырылып тора. 2006 йылда ғына республика территорияһында Рәсәйҙең бюджет системаһына 213,418 миллиард һум күләмендә килем йыйылды, был 2005 йылдағыға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк.

Бөтә йыйылған килемдең 68 проценты, йәғни 144,541 миллиард һумдан ашыуы федераль ҡаҙнаға оҙатылды. Әйтергә кәрәк, бер нисә йыл элек кенә республика Рәсәй бюджетына күпкә аҙыраҡ күсерә ине. Мәҫәлән, 2000 йылда Башҡортостан федераль ҡаҙнаны төбәк территорияһында йыйылған средстволарҙың 31 процентына тулыландырҙы, 2001 йылда – 50 процентҡа, 2002 һәм 2003 йылдарҙа – 60 процентҡа, 2004 һәм 2005 йылдарҙа бөтә килемдәрҙән Рәсәйгә күсерелгән аҡса күләме 70 процентҡа яҡын тәшкил итте. Башҡортостан федераль бюджет килеменең 2/3 өлөшөн тәьмин иткән Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә инә.

Рәсәй Федерацияһының Төбәк-ара Ҙур Урал ассоциацияһына ингән һигеҙ субъекты араһында йән башына тупланған бюджет килемдәре буйынса Башҡортостан Республикаһы икенсе урынды биләй.

Былтыр республика бюджеты килемдәр буйынса 69,820 миллиард һумға тулыланды, был пландағынан 108,4 процентҡа артып китте. Республика килемдәренең төп сығанаҡтары – ойошмалар килеменә һалым, физик шәхестәр табыштарына һалым, милеккә акциздар һәм һалым.

Төбәк бюджеты килемдәренә һалым булмаған керемдәр ҙә ҙур йоғонто яһай. Былтыр, мәҫәлән, улар 11,49 миллиард һум тәшкил итте, йәғни дөйөм сумманың 16,4 проценты.

Төбәк финанс системаһының тотороҡло хәленә республиканың банк секторының (бөгөн БР территорияһында 50-нән ашыу банк, филиалдар, кредит ойошмалары офистары һәм вәкиллектәре), страховкалау баҙарының әүҙем үҫеше лә булышлыҡ итә.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Финанстар

 
Башҡортостан 450