ИҡтисадДөйөм мәғлүмәт

Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының иң үҫешкән төбәктәренең береһе. ХХ быуаттың 90-сы йылдар башында баҙар иҡтисадына күсеү хужалыҡ итеүҙең юғары һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүсе яңы юлдар эҙләүгә этәрҙе. Һөҙөмтәлә Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫештең тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы продукцияһы күләме, төп капиталға инвестициялар күрһәткестәре буйынса Рәсәй Федерацияһының тәүге ун субъектына инде.

Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары 1300-ҙән ашыу төр продукция етештерә. Нефть табыу буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урынды биләй. Нефть эшкәртеү комплексы – Европала иң эреләрҙең береһе. Рәсәй нефтенең күп өлөшө Башҡортостанда эшкәртелә һәм автомобиль бензинының төрлө төрҙәре һәм дизель яғыулығы етештерелә.

Яғыулыҡ энергетикаһынан тыш, Башҡортостанда химия һәм нефтехимия, машиналар эшләү тармаҡтары йылдам үҫешә. Агросәнәғәт комплексында ла күрһәткестәр юғары. Төбәктең тәбиғәт-климат шарттары ауыл хужалығы производствоһының төрлө тармаҡтарын уңышлы үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Үҫешкән иҡтисад һәм тотороҡло сәйәси хәл Башҡортостанды Рәсәйҙең иң күп инвестициялар йәлеп итеүсе төбәктәренең береһе яһаны. Республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге әүҙем барыуы ла быны иҫбатлай. Тышҡы тауар әйләнеше күләме йылдан-йыл үҫә. Бөгөн республиканың партнер дәүләттәре иҫәбендә  донъяның 90-ға яҡын иле.

Үҫә барған баҙар мөнәсәбәттәренең һуңғы маҡсаты – халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, шуға күрә һуңғы йылдарҙағы иҡтисади үҫеш шарттарында социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән инвестициялар күләме арттырыла бара.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Дөйөм мәғлүмәт

 
Башҡортостан 450