ИҡтисадТөҙөлөш
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Төҙөлөш
• 
Юбилейға төҙөйбеҙ

Башҡортостандың төҙөлөш комплексы эштәр күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тиҫтәгә инә. Былтыр ғына республика төҙөүселәре башҡарған эштәр күләме 56 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.

Торлаҡ төҙөлөшөндә 2006 йылда һуңғы 13 йыл эсендә иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшелде. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә бөтәһе 1 миллион 705,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Был 2005 йыл кимәленән алты процентҡа күберәк. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса республика Рәсәй Федерацияһында алтынсы урынды биләй.

Бынан тыш, республикала йыл һайын 40-тан ашыу мәктәп, поликлиника һәм дауахана, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлә.

Төҙөүселәрҙең тырышлығы менән республикала терефталь кислотаһы етештереү буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер комплекс файҙаланыуға тапшырылды. Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлөшө тамамланыу стадияһында.

Төҙөлөш материалдары сәнәғәте лә әүҙем үҫешә. Бөгөн республикала йөҙләү керамик плиткаһы, ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, пенополистирол йылытҡыс һәм башҡа материалдар етештереү буйынса заманса предприятиелар эшләй.

Бөгөн республика төҙөлөш комплексы алдында торған төп бурыстарҙың береһе – “Рәсәй граждандарына – уңайлы һәм арзан торлаҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тантаналарға әҙерлек. Башҡортостан төҙөүселәренә был датаға 40-тан ашыу объект тапшырырға кәрәк.

 Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтарҙы бөтөрөү мәсьәләһе лә әлегә тиклем актуаль булып ҡала, уның майҙаны 800 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.

Ауылдарға газ үткәреү тамамлана.

Башҡортостандың юлдар селтәре – Рәсәй Федерацияһында иң оҙоно һәм 25 мең квадрат метрға яҡын тәшкил итә, шуның 500 километры – федераль әһәмиәттәге юлдар. Бөтә ҡалалар һәм район үҙәктәре үҙ-ара һәм Өфө менән асфальт юлдар менән тоташҡан.

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 1420 километр дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдары сафҡа индерелде. 460 километрҙан ашыу ауыл урамдарына асфальт түшәлде, 140-тан ашыу күпер төҙөлдө һәм реконструкцияланды.

Автомобиль юлдары селтәрен ХХI быуат талаптарына яуап бирерлек кимәлдә артабан камиллаштырыу юлсылар алдына яңы бурыстар ҡуя: ремонт-төҙөлөш эштәре сифатын яҡшыртыу, заманса юл-төҙөлөш технологияларын һәм юғары сифатлы метриалдарҙы файҙаланып, юлдарҙы тотоуҙың тағы ла юғарыраҡ кимәленә күсеү.

Бәләкәй бизнес тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн юл эштәре күләменең 18 проценты эшҡыуарлыҡ структураларына тура килә.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Төҙөлөш

 
Башҡортостан 450