ИҡтисадЭлемтә

Мәғлүмәтләштереү һәм элемтә өлкәһе – иҡтисадтың даими үҫә барыусы тармағы. Республикабыҙ телефонлаштырыу һәм мәғлүмәтләштереүҙең үҫеш кимәле буйынса алдынғылар рәтендә. Халҡыбыҙ донъя интернет селтәренең мәғлүмәт ресурстарын торған һайын киңерәк файҙалана.

“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһында төп оператор һәм элемтә хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеүсе булып тора. Республиканың бөтә административ үҙәктәрендә урынлашҡан акционерҙар йәмғиәте подразделениелары  урындағы, кеҫә телефондары, ҡала-ара һәм халыҡ-ара телефон элемтәһен, радио һәм телетапшырыуҙарҙы тәьмин итә; мәғлүмәтләштереү һәм мәғлүмәттәрҙе тапшырыу, интернетҡа инеү хеҙмәттәре күрһәтә. “Башинформсвязь” подразделениеларында ун меңгә яҡын элемтәсе эшләй.

Күп йылдар инде “Башинформсвязь” Рәсәйҙең тәүге ун алдынғы төбәк телекоммуникацион компанияһы позицияһында килә һәм тотороҡло рәүештә Рәсәйҙең дүрт йөҙ иң эре предприятиеһы иҫәбенә инә. Етмәһә, “Башинформсвязь” компанияһы – республиканың иң эре һалым түләүселәренең береһе.

Һуңғы ваҡыттағы төп ҡаҙаныштары араһында – номерҙар һанын бер миллионға тиклем арттырыу, Башҡортостан баш ҡалаһы телефон селтәрен ете урынлы индексацияға күсереү. Иҫке ҡорамалдар өр-яңы цифрлы АТС-тар менән алмаштырыла, линия-кабель хужалығы яңыртыла. Былар барыһы ла Өфөлә 2007 йылдың 1 февраленән яңы тариф пландарына күсергә мөмкинлек бирҙе, уларҙың асылы – телефон аша һөйләшеүҙәр өсөн ваҡытҡа ҡарап түләү.

Ауыл элемтәһе ҡаланыҡынан бер ни менән дә айырылмай. Быға ауыл ерендә лә цифрлы АТС-тар урынлаштырыу, һауа элемтә тоташтырыу линияларын кабель һәм радиореле линиялары менән алмаштырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

“Башинформсвязь” Рәсәйҙең 1000 иң яҡшы предприятиеһы иҫәбенә инә, “Рәсәйҙең донъяуи тәжрибәһе һәм иҡтисады” Халыҡ-ара форумы ойоштороу комитетының “Ватан йондоҙо” дипломы менән билдәләнгән. “Евразия. Бизнеста лидер” төбәк конкурсында ла дипломға һәм иҫтәлекле билдәгә лайыҡ булды. Наградалар исемлеген әллә күпме дауам  итергә мөмкин.

Ҙур социаль-сәйәси әһәмиәткә эйә булған радио һәм телевидение хәҙерге заман элемтә сараларының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Телерадиотапшырыуҙарҙың үҫеш процесы һәм “Башҡортостан” дәүләт телерадио компанияһында яңы технологияларға күсеү өҙлөкһөҙ дауам итә. Хәҙер РФ Мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә министрлығы пландарына ярашлы, цифрлы тапшырыуҙарға күсеү тураһында һүҙ алып барыла, уны бөтә ил буйлап 2015 йылға тамамлау планлаштырыла.

Кеҫә телефоны элемтәһе абоненттары һаны артҡандан-арта бара. Республикала уларҙың һаны өс миллион 600 меңдән ашып китте, был халыҡтың 90 проценты тигән һүҙ. Башҡортостанда һигеҙ кеҫә телефоны элемтәһе операторы эшләй. Бигерәк тә “МТС”, “МегаФон”, “Билайн” элемтәһе киң таралған. “СМАРТС”, “БашСЕЛ” ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре төбәк элемтә операторҙары ла үҙ хеҙмәтләндереүҙәрен киңәйтә бара.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Элемтә

 
Башҡортостан 450