Фән һәм мәғарифДөйөм мәғлүмәт

Башҡортостандың ХХI быуатҡа аяҡ баҫыуының иҡтисади стратегияһы ғалимдар эшкәртмәләре нигеҙендә билдәләнә. Фәнгә һәр яҡлап ярҙам – БР Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Башҡортостан фәнгә бүленгән средстволар күләме буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Республикала күрелгән саралар 1990 йылдарҙағы Рәсәй фәне кризисы эҙемтәләрен йомшартырға, тупланған фәнни-техник потенциалдың байтаҡ өлөшөн, шулай уҡ хәҙерге фән һәм техниканың мөһим йүнәлештәрендәге алдынғы позицияларҙы һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек бирҙе.

Башҡортостан РФ субъекттары араһында беренселәрҙән булып “Башҡортостан Республикаһында фән һәм дәүләт фәнни-техник сәйәсәте тураһында” закон ҡабул итте. 1993 йылдан башлап Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан раҫланған дәүләт фәнни-техник программалары республика бюджетынан айырым бер юл булып финанслана.

Башҡортостан Республикаһының академик фәне – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы. 1991 йылда БР Фәндәр академияһы төҙөү республиканың фәнни потенциалын һаҡлауға һәм фәнни көстәрен туплауға булышлыҡ итте. Хәҙерге ваҡытта БР Фәндәр академияһында 10 тематик бүлексә бар. Шулай уҡ күптән түгел ойошторолған ете тикшеренеү институты ла уның структура подразделениеларына ҡарай. Гуманитар йүнәлештәге ике үҙәк республика социаль-сәйәси һәм иҡтисади программаларын эшкәртеүҙә әүҙем ҡатнаша.

БР Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында филиалдары эшләй. Үҙ “Ғилем” нәшриәте бар. Академия составында РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы менән бергә алып барылған ике институт, Рәсәй һәм республика ведомствоһындағы өс институт эшләй.

1951 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге – Башҡортостан Республикаһы территорияһында, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы булараҡ, Рәсәй Академияһының юғары ғилми учреждениеһы төҙөлә.

1987 йылда Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы СССР Фәндәр академияһының Урал бүлексәһенә инә һәм Башҡортостан ғилми үҙәге, ә 1992 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге итеп үҙгәртелә. Хәҙерге ваҡытта уның составына биология; биохимия һәм генетика; геология; тарих, тел һәм әҙәбиәт; математика; механика; органик химия; металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары; молекулалар һәм кристалдар физикаһы; социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институттары; Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге; Ботаник баҡса-институт инә.

Республикала ғилми тикшеренеүҙәр менән мәшғүл персонал 10 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Уның составында Рәсәй Фәндәр академияһы академиктары һәм ағза-корреспонттары, дүрт йөҙҙән ашыу фән докторы, ике меңләп фән кандидаты. Республикала академик профилдәге 14 институт, 24 тармаҡ ғилми-тикшеренеү институты, 28 проект институты, 10 конструкторҙар бюроһы, предприятиеларҙың ғилми-тикшеренеү подразделениелары, 13 вуз. Ғалимдарыбыҙ Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары абруй ҡаҙанған.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы үҙ эсенә төрлө профилдәге 5670-тән ашыу учреждениены индерә, уларҙан 1904 мәктәпкәсә йәштәге, 3125 дөйөм белем биреү учреждениеһы, мәктәп-интернат, лицей, гимназия, 33 киске мәктәп, 33 балалар йорто (ғаилә йорттарын да индереп), 120 профессиональ училище һәм лицей, 293 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 75 урта һәм 12 юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы.

Бөтә типтағы һәм төрҙәге белем биреү учреждениеларында 1,2 миллион кеше уҡый һәм тәрбиәләнә, 190 мең педагогик хеҙмәткәр һәм хеҙмәтләндереүсе персонал эшләй.

Республикала 2004-2008 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү программаһы, “2006-2010 йылдарға БР мәғариф системаһын компьютерлаштырыу” кеүек маҡсатлы программалар тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, “Һәләтле балалар”, “Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, уҡыусы йәштәрҙең буш ваҡытын, ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу”, “Инвалид балалар” маҡсатлы программаларын индергән 2006-2010 йылдарға “Башҡортостан Республикаһы балалары” Президент программаһы раҫланған.

 

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Дөйөм мәғлүмәт

 
Башҡортостан 450