Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе ут күршеләр, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре ике төбәк халҡының үҙ-ара мөнәсәбәттәренә генә түгел, шулай уҡ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә лә ҡайтып ҡала. Бына 11 йыл инде Башҡортостан Республикаһы менән Свердловск өлкәһе араһында иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ғәмәлдә
Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдарының төбәктәрҙең иҡтисади үҫеше өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшенә арналған күсмә ултырышын асты
Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы ул дөйөм федераль юбилей. Нигеҙ һалынғандан алып күп милләтле ҡала булып ҡалған Санкт-Петербург өсөн ул айырыуса әһәмиәтле. Төньяҡ баш ҡала губернаторы Валентина Матвиенко шулай тип иҫәпләй. Ул мөһим тарихи дата байрамында һәм РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән
Ырымбур өлкәһе губернаторы Алексей Чернышев етәкселегендә рәсми делегация Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған сараларҙа һәм РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн республикаға килде. Ҡунаҡтарҙы Көйөргәҙе районы ҡаршы алды
Рәсәй төбәктәре башлыҡтары делегацияһы Өфөгә килде. Илдең илле субъекты етәкселәре Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үтәсәк Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн килде. Был сара Конгресс-холда үтә
Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы байрамы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин бөгөн Өфөгә килде
|
|
Ваҡиғалар |