ВластьДөйөм мәғлүмәт

Башҡортостандың хәҙерге дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлеше булып ил Конституцияһы тарафынан ҡаралған Рәсәй Федерацияһы менән уның субъекттарының килешеү мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу тора. Республикала власть тармаҡтары бүленгән, тотош бер власть системаһы төҙөлгән. Парламент һәм  үҫешкән ҡануниәт булдырылған. Уларҙың ҡайһы берҙәренең әле булһа федераль кимәлдә йәки илдең башҡа төбәктәрендә аналогтары юҡ.

Конституцион суд уңышлы эшләй. Республика илдә беренселәрҙән булып Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил институты булдырҙы. Власть һәм йәмғиәттең конструктив хеҙмәттәшлегенә ҙур әһәмиәт бирелә. Республикала ижтимағи-сәйәси ойошмаларҙың эшмәкәрлеге бәхәсһеҙ спецификаһы менән айырылып тора.

Күп партиялылыҡ аҡрынлап тормошҡа үтеп инә. Республика буйынса 2600-ҙән ашыу йәмәғәт ойошмаһы, дөйөм Рәсәй сәйәси партияларының 30 төбәк бүлексәһе теркәлгән. БР Президенты эргәһендә Йәмәғәт кәңәшмәһе эшләй. “Берҙәм Рәсәй” партияһы республика парламентында һәм урындағы үҙидара органдарында күпселекте тәшкил итә.

Сәйәси әүҙемлек, демократик һайлауҙар, референдумдар культураһы формалаша. Күп төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, Башҡортостанда профсоюздар, “Белем” йәмғиәте кеүек совет осоронда үҙҙәрен яҡшы күрһәткән ойошмалар ҙа яңыса эшләп алып китте.

Башҡортостан – Рәсәйҙең иң күп милләтле һәм күп конфессиональ төбәктәренең береһе. Республикаға юғары ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ хас. Үҙенсәлекле мәҙәниәттәрҙе һәм телдәрҙе һәр төрлө яҡлау, халыҡтар дуҫлығын һәм туғанлығын нығытыу – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстары.

Беҙҙә дин дәүләттән айырылған. Әммә власть һәм дини ойошмалар республика халыҡтарының рухи һәм әхлаҡи традицияларын һаҡлауҙа, социаль етешһеҙлектәргә ҡаршы тороуҙа бергә хеҙмәттәшлек итә.

Башҡортостан етәкселеге үҙгәртеп ҡороуҙар барышында тормоштоң бөтә өлкәләрендә оптималь ысулдар, үҙ йүнәлештәрен тапты. Бында элекке символдарҙан һәм ҡаҙаныштарҙан баш тартыу, һәйкәлдәрҙе үҙгәртеү йәки алып ташлау, бынан алдағы етәкселәрҙе нигеҙһеҙ тәнҡитләү менән мауыҡманылар. Ситтән ярҙам көтмәйенсә һәм башлыса үҙ көстәренә таянып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика бирешмәү тактикаһынан үҫеш стратегияһына күсте. Иҡтисади ҡеүәт кризисты йомшартыу, социаль өлкәне йылдам үҫтереү өсөн файҙаланыла.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Дөйөм мәғлүмәт

 
Башҡортостан 450