→
Власть→
Символика
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Символика
•
Герб һәм гимн
• Флаг
Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген, Рәсәй Федерацияһы субъекты статусын, халҡының үҙенсәлеген һәм традицияларын сағылдырыусы символдар булып уның Дәүләт гербы, Дәүләт флагы һәм Дәүләт гимны тора.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башына тиклем республиканың совет символикаһы дөйөм дәүләт символикаһы менән бер типтараҡ була. Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация менән иғлан ителгән республиканың яңы статусы уның яңы рәсми атрибуттарын – Дәүләт флагын, гербын, гимнын ҡабул итеү кәрәклеген билдәләй.
1992 йылдың 25 февралендә республиканың Юғары Советы яңы флаг ҡабул итә. Был тарихи ваҡиға иҫтәлегенә 25 февраль Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө итеп билдәләнә.
Нигеҙ итеп 1918 йылдың 21 авгусында беренсе Башҡорт хөкүмәте ҡабул иткән флагты алырға булалар. Был турала фарманда флагты һүрәтләү һаҡланған була. Ул өс тигеҙ горизонталь һыҙаттан торған: өҫкөһө күк, уртаһы – йәшел һәм аҫҡыһы – аҡ төҫтәрҙә. Күк төҫ башҡорттарҙың төрки телле халыҡтар төркөмөнә, йәшеле башҡорттарҙың Ислам диненә ҡарауын белдергән, аҡ төҫ халыҡтың тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылышын символлаштырған. Конкурсҡа флагтың яңы варианттары ла тәҡдим ителә. Комиссия рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшкәрткән флаг вариантына өҫтөнлөк бирә.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы йәшел, аҡ һәм күк (аҫтан өҫкә) төҫтәге киңлеге буйынса тигеҙ горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө полотно. 1999 йылғы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһындағы законда флаг төҫтәренең мәғәнәләре билдәләнә: йәшеле – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; ағы – татыулыҡты, эскерһеҙлекте, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер тороуҙы; күге асыҡлыҡты, ғәҙеллекте, республика халҡы теләктәренең сафлығын аңлата. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның ете сәскәһе боронғо Башҡортостан халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуын кәүҙәләндерә.
Уҙған йылдарҙа Башҡортостандың Дәүләт флагы республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибутына әйләнде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле – илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналарында күтәрелә, алыҫ һәм яҡын сит илдәргә рәсми делегацияларыбыҙҙы оҙата. Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны бер аҙ һуңыраҡ – 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланды.
Дәүләт гербы өҫтөндә эш йыл ярым ваҡыттан ашыу һуҙыла. Уның проекты авторҙары йыш ҡына иҫке ҡанундар әсирлегендә ҡала:гербтың төрлө варианттарында мотлаҡ йә башаҡтар веногы, йә ураҡ һәм сүкеш урын ала. Ҡайһы бер яңылыҡтар, мәҫәлән, нефть вышкаһы һүрәтен төшөрөү, тағы ла уңышһыҙлыҡҡа юлыға, сөнки республиканың экологик йәһәттән имен булмауына ишара яһай. Конкурсҡа барыһы 40 проект тәҡдим ителә. Уларҙың икәүһе айырыуса иғтибар йәлеп итә. Тәүгеһе вертикаль урынлашҡан Дәүләт флагы эргәһендәге ҡанатлы толпарҙы һүрәтләй, уларҙы милли биҙәк менән яҙылған «Башҡортостан» һүҙе урата. Ат кешенең тоғро юлдашы халыҡтың киләсәккә ынтылышын, уның ҡеүәтен, юғары намыҫлылығын һәм бурысына тоғро булыуын сағылдыра. Ат күп кенә халыҡтарҙың, шулай уҡ башҡорттарҙың да эпик әҫәрҙәренә ингән. Биҙәктең алтын төҫөндә булыуы яңырыу һәм сәскә атыуҙы һүрәтләй. Икенсе проект буйынса Дәүләт гербы ике өлөшкә бүленгән түңәрәк ҡалҡандан тора. Ҡалҡандың өҫкө өлөшө аҡ фонда Урал өҫтөндә ҡояш ҡалҡа, уның нурҙары бар яҡтарға таралып ҡурай сәскәһенең таждарына әйләнә. Гербтың аҫҡы өлөшөндә күк төҫкә буялған Урал тауҙары фонында сабып барған аҡ бүре һүрәтләнгән. Быларҙың барыһын да йәшел төҫтәге милли биҙәк уратып алған. Ҡалҡандың аҫтында «Башҡортостан» тип яҙыла. Евразия һәм Төньяҡ Америка халыҡтары мифтарында бүре образы башлыса хәрби дружина етәксеһе һәм ырыу ҡәбилә башлығы культы менән үрелеп килә. Төркиҙәрҙә лә быуынға нигеҙ һалыусы баш бүре тураһында риүәйәттәр йәшәп килә. Һәм «башҡорт» һүҙенең барлыҡҡа килеү фараздарының береһе «бүре башы (башлығы)» төшөнсәһенә бәйле. Етенсе һигеҙенсе быуаттарҙа Көньяҡ Уралда дәүләтселеккә нигеҙҙе Башҡорт исемле төрки ханы һалған тип һанала, һуңынан ул Византияға ҡаршы һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Тикшереүҙәрҙән һуң ике проект та республиканың Юғары Совет депутаттары тарафынан кире ҡағыла.
1993 йылдың 12 октябрь көнө Юғары Совет Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында закон ҡабул итә. Республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән проектты «Китап» нәшриәте рәссамы Фазлетдин Ислахов эшләй. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы ҡалҡып килеүсе ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәлен һүрәтләй. Уны милли биҙәк уратып алған. Түбәндәрәк ҡурай тажы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма һүрәте, аҡ буйҙа «Башҡортостан» һүҙе яҙылған. Геральдика ҡағиҙәләре буйынса гербтарҙа аныҡ бер шәхесте һүрәтләргә ярамай. Әммә Салауат Юлаевтың портреты һаҡланмауын иҫәпкә алырға кәрәк, һәм уның һәйкәле азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе яугир егет образын берләштерә. Башҡортостан Дәүләт гербында Салауат Юлаев һәйкәле һәм милли биҙәк алтын төҫөндә, ҡурай сәскәһе йәшел, ҡояш асыҡ алтын, ҡояш нурҙары һары, һәйкәл һәм биҙәк араһындағы фон аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр һарғылт төҫтә һүрәтләнә.
12 октябрь көнөндә шулай уҡ республиканың Дәүләт гимны тураһында закон ҡабул ителә. Башҡортостан гимнының авторы Фәрит Иҙрисов.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
Символика
Башҡортостан 450
|