ТарихХәҙерге Башҡортостан

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостанда яңы байрам – Республика көнө  барлыҡҡа килде. Был көндө республиканың өр-яңы тарихында мөһим ваҡиға булып торған, илдә ысын федерализм урынлаштырыуға булышлыҡ иткән Дәүләт суверенитеты тураһында тарихи декларация ҡабул ителә. Суверенитет ҡабул итеү менән ижтимағи тормошто демократлаштырыуға, иҡтисадты һәм социаль өлкәне яңыртыуға курс билдәләнә.

Был сәйәси актты ҡабул итеү үҙенең әһәмиәте буйынса 1917 йылдың ноябрендә Башҡортостандың милли дәүләтселеген йәки 1919 йылдың мартында Башҡорт Совет Автономияһын иғлан итеү кеүек тарихи ваҡиғалар менән бер кимәлдә. Унан да бигерәк, Декларация үҙәк Совет власы менән иҫтәлекле Килешеүҙең логик дауамы булып тора, сөнки уға ҡул ҡуйғандан һуң 14 ай үткәс тә республиканың хоҡуҡи статусы өлкә автономияһы хәленә төшөрөлә.

Башҡортостандың формаль хоҡуҡтары ябай ғына мәсьәләләрҙе лә үҙ аллы хәл итергә мөмкинлек бирмәй. Иҡтисади үҫеш кимәле буйынса республика Советтар Союзында, күп союздаш республикаларҙан да алда барып, төп урындарҙың береһен биләй, ә социаль күрһәткестәр буйынса ил төбәктәренең алтын-етенсе тиҫтәһендә килде. Ул халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү, торлаҡ, дауаханалар һәм балалар баҡсалары менән тәьмин ителеш буйынса ныҡ артта ҡалды. Социаль өлкәһе ярлы булыуы өҫтәүенә, тәбиғәткә зыян килтереүсе производстволарҙың сиктән тыш күп булыуы арҡаһында, республика экологик һәләкәтле крайға әйләнеүе менән хәл тағы ла ҡатмарлашты. Илдә 80-се йылдарҙың икенсе яртыһында башланған үҙгәртеп ҡороуҙар формаһы буйынса союздаш, ләкин йөкмәткеһе буйынса унитар дәүләтте ысын федератив дәүләт итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн шарттар булдырҙы.

Яңыртылған Рәсәйҙә тәүге аҙымдарын республика ҡатмарлы шарттарҙа башлай. Илдә киҫкен сәйәси һәм иҡтисади кризис бара, властың төрлө тармаҡтары араһында конфликттар тыуа, төбәк сәйәсәте бөтөнләй булмай. Башҡортостанға ауыр иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрен бер ниндәй ярҙамһыҙ, үҙ аллы хәл итергә тура килә. Кешеләр үҙгәрештәргә ҡулайлаша алһын өсөн быға тиклем булмаған саралар күрергә тура килә.

Шул уҡ ваҡытта республика үҙ хоҡуҡтары сиктәрендә Башҡортостан территорияһында барған бөтә нәмә өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмай. Ул саҡта иҡтисади һәм социаль өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙар үткәреү өсөн власть органдары һәм йәмәғәтселек көстәрен берләштереү буйынса дөрөҫ юлдар табыла. Көслө дәүләт власын һәм граждандарҙың инициативаһын, әүҙемлеген оҫта берләштереү һынылыш осорон лайыҡлы үтергә, ижтимағи процестар менән идара итеүҙе һаҡларға, халыҡ хужалығын күтәреү һәм халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итте.

Суверенитет арҡаһында был ауыр йылдарҙа Башҡортостан үҙенең ҡеүәтле производство потенциалын һаҡлап ҡына ҡалманы, күп нәмәгә өлгәште лә. Иң элек, Декларация тәьмин иткән билдәле бер иҡтисади үҙаллылыҡ арҡаһында. Хужаларса прагматизм күрһәтеп, республика “шок терапияһы”нан, тотош хосусилаштырыуҙан баш тартты, иҡтисадтың реаль секторын һаҡлап алып ҡалды. 90-сы йылдар иҡтисади кризисының ауыр эҙемтәләрен нейтралләштереү өсөн Башҡортостанда төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе ҡулланыла, федераль пособиеларға һәм льготаларға өҫтәмәләр индерелә, хатта йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү ҙә индерелә.

Рәсәй менән бергә үҫешеп, республика ҡатмарлы һынауҙарҙы уңышлы үтә, бай иҡтисади һәм рухи потенциалға эйә була, бөтә өлкәләрҙә тиҙләтелгән прогресс юлына сығыуға өлгәшә. Тормош кимәленең күп күрһәткестәре буйынса РФ субъекттарының етенсе-алтынсы тиҫтәһенән Башҡортостан алдынғылар рәтенә сыға. Халыҡтың тормош сифаты мәсьәләләре – һәр ваҡыт Башҡортостан етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Улар планлы рәүештә һәм эҙмә-эҙлекле хәл ителә.

Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе персональ иҫәпкә алыу ойошторолған, ветерандарға һәм инвалидтарға айырыуса иғтибар бирелә. Абруйлы бойондороҡһоҙ агентлыҡтар фекеренсә, Башҡортостан Рәсәйҙең иң имен төбәктәренең береһе тип танылған, халыҡтың тормош сифаты буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй.

Башҡортостанда демографик күрһәткестәр ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. 2005 йылда, мәҫәлән, беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлылығы 67 йәш тәшкил итте.

Республикабыҙ мәғариф һәм кешелек потенциалын үҫтереү индекстары буйынса Рәсәйҙең беренсе ун төбәгенә инә. Ул – гимназиялар һәм унда уҡыусылар, профессиональ-техник училищелар һәм лицей уҡыусылары, урта махсус уҡыу йорттары студенттары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Башҡортостан күптән инде фәнни учреждениеларҙы яҡлауға етди иғтибар бирелгән аҙ һанлы РФ субъекттарының береһе булып тора.

Беҙҙең дәүләт сәйәсәтендә рухи-мәҙәни үҫеш мәсьәләләре мөһим урын биләй. Ижади союздар уңышлы эшләп килә. Театрҙар, музейҙар, филармониялар, клубтар селтәре киңәйә. Бөгөн Башҡортостанда 12 профессиональ театр, 7 концерт ойошмаһы, 85 музей, 1782 китапхана, 2400-ҙән ашыу мәҙәни учреждение эшләй.

Республика Рәсәй һәм донъя сәнғәтенең танылған үҙәктәренең береһенә әйләнде. Опера сәнғәте фестивале, “Өфөлә Шаляпин кисәләре”, Аксаков байрамы, төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале кеүек киң Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдары үткәрелә. Салауат Юлаев көндәре, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары халыҡ араһында танылыу яуланы.

Республикала 637 матбуғат баҫмаһы теркәлгән. Ҡала һәм райондарҙа 70-тән ашыу гәзит һәм журнал сығарыла. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса республика йыл һайын Рәсәйҙә беренсе урында килә.

Урындағы үҙидара, муниципаль власть системаһын үҫтереүгә мөһим урын бирелә. Финанс министрлығы муниципаль райондар һәм ҡала округтары вәкәләттәрен үтәү өсөн урындарҙағы бюджеттарҙы тулы күләмдә финансланы. Муниципаль берәмектәр Советы булдырылды.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары”, республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау , өйрәнеү һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтарының фольклорын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программалары үтәлә.

Башҡортостан Конституцияһының яңы редакцияһында “суверенитет” термины “дәүләтселек” төшөнсәһе менән алмаштырылған. Ләкин асылда бер нәмә лә үҙгәрмәй: Башҡортостан дәүләтселеге, Федерация суверенитетын боҙмайынса, республика алдында торған бурыстарҙы тағы ла һөҙөмтәлерәк итеп үтәргә, уның сикһеҙ ҙур потенциалын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Хәҙерге Башҡортостан

 
Башҡортостан 450