ТарихҠушылыу тарихы
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Ҡушылыу тарихы
• 
Башҡорт шәжәрәһе

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу процесы аҡрынлап бара. Элек Ҡазан ханлығы власы аҫтында булған башҡорт ҡәбиләләре Иван Грозный Ҡазанды алғандан һуң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә. Аҡыллы бейҙәр ҡеүәтле күрше дәүләт „ҡанаты аҫтында“ халыҡтың үҫеше өсөн мөмкинлектәр киңәйәсәген яҡшы аңлай.  Етмәһә, батша грамоталары башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә хужа булыу хоҡуғын һаҡлауҙы гарантиялай.  XVI быуаттың 50-се йылдары урталарында Нуғай ханлығына ҡараған көньяҡ һәм үҙәк башҡорттары ла Мәскәү власы батшаһына күсә.  Бының өсөн ул бер ниндәй ҙә көс ҡулланмай.  Йылъяҙмаларҙа,  көнсығыш йүнәлештә барған Иван Грозный дружиналары башҡорт сиктәрендә туҡталған,  тип яҙылған. Батша шул арала көнбайыш йүнәлештә  Швеция менән Польшаға ҡаршы ҙур һуғыш әҙерләй, шуға күрә Мәскәү власы көнсығышта хәрби хәрәкәттәр алып барыу яҡлы булмай.  Нуғай ханлығына, билдәле, вассалдарын юғалтыу оҡшамай, һәм ул бер нисә тиҫтә йылдар дауамында башҡорттарға яһаҡ йыйыусыларын ебәрә. Әммә уларҙы урындағы властар үткәрмәй кире ҡайтара.

Һәр халыҡтың тарихи үҫешен һүрәтләп, тикшеренеүселәр бифуркация нөктәләренә  бөтә артабанғы тарих бәйле булған төп ваҡиғаларға иғтибар йүнәлтә. Башҡорт халҡы етәкселәре XVI быуаттың 50-се йылдарында аңлы рәүештә һайлаған юл тарих барышын үҙгәрткән һәм төбәктең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә этәргес биргән төп һынылыш моменты булып тора ла.

Был юл ике яҡ өсөн дә файҙалы була. Рәсәй, бер ниндәй хәрби көс ҡулланмайынса, үҙ сиктәрен киңәйтә һәм көслө, сыҙамлы „сик буйы һаҡсыһы-халҡы“ ала. ХIХ быуаттың 60-сы йылдар уртаһына, йәғни Урта Азияны баҫып алғанға тиклем, башҡорттар Каспий диңгеҙенән Омскиға тиклем Рәсәй дәүләтенең көнсығыш сиктәрен һаҡлай. Улар хәрби хеҙмәт алып бара. Рәсәйҙе ҡиммәтле йәнлек тиреләре һәм бал менән тәьмин итә, ә яуап итеп Иван Грозный хөкүмәте уларҙың ергә аҫаба хоҡуғын гарантиялай. Әйткәндәй, башҡорттар Рәсәйҙең Европа өлөшөндә бындай өҫтөнлөккә эйә булған берҙән-бер халыҡ була. ХIХ быуатта ҡалмыҡтар императорҙан ергә хоҡуҡ биреүен һорағас, улар ҡәтғи яуап ала, унда, ҡалмыҡтар – ситтән килгән халыҡ, һәм улар батша биләмәһендә йәшәй, ә башҡорттарҙың ерҙәре борон-борондан уларҙыҡы булған, тиелә. Аҫаба башҡорттар 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә иң ҙур ер биләмәләренә эйә булған кешеләр төркөмөнә ҡарай. Улар менән казактар һәм Балтик буйы кенәздәре генә тиңләшә алған.

Халыҡтың юлбашсы һайлауға хуплап ҡарауы фольклорҙа сағылыш тапҡан. Башҡорт ҡәбиләләре башлыҡтарының һөйләшеү алып барыуына етәкселек итеүселәр халыҡ хәтерендә ыңғай образ итеп бирелгән. Ә нуғай ауыҙ-тел ижадында Исмәғил бей урыҫтарға үҙ тыуған илен һатҡан һатлыҡ йән булараҡ бирелгән. Был нуғай халҡының Рәсәйгә ҡушылған осраҡта үҙ алдында асылған перспективаларҙы аңлап еткермәүе хаҡында һөйләй. Нуғайҙарҙың бындай алдан күрә белмәү эҙемтәһе бөгөн күренә лә инде: Волга менән Эмба араһындағы элекке ҡеүәтле дәүләт сәйәси аренанан сыҡҡан.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ҡушылыу тарихы

 
Башҡортостан 450