ТәбиғәтФайҙалы ҡаҙылма байлыҡтар

Башҡортостанда минераль сеймал төрҙәренең 3000-гә яҡын ятҡылығы табылған. Геологтар асҡан эре баҡыр-колчедан ятҡылыҡтарында хәҙерге Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалалары үҫеп сыҡҡан. Белоретта металлургия сәнәғәте тотороҡло үҫешә. Стәрлетамаҡта химия сәнәғәте эзбиз, гипс, таш тоҙ ятҡылыҡтарын файҙалана.

Республика территорияһы файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға ифрат бай. 200-ҙән ашыу нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған. Нефть запастары буйынса иң эреләре – Арлан, Шкапово, Туймазы, Серафимовка, Манчар һәм Сергеев ятҡылыҡтары. Иң күп нефть табыуҙар 1950-60-сы йылдарға тура килә, ул саҡта йылына 55 миллион тоннаға тиклем “ҡара алтын” сығарылған.  Бөгөн төбәктә йылына 11 миллион тоннанан ашыу нефть һәм 360 миллион кубометр газ табыла.

Башҡортостандың ер аҫты минераль сеймал запастарына бай. Республикала сәнәғәттең үҫеше уның минерал-сеймал ресурстарын үҙләштереү менән тығыҙ бәйләнгән. Яғыулыҡ, химия һәм нефть-химия тармаҡтары, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, ҡара һәм төҫлө металлургия үҙ ятҡылыҡтары запастарында эшләй һәм Башҡортостан сәнәғәт производствоһының өстән ике өлөшөн бирә.

Урал төҫлө металлургияһының сеймал базаһы нигеҙен баҡыр-колчедан ятҡылыҡтары тәшкил итә. Республика территорияһында 16 ятҡылыҡ тикшерелгән, шуларҙың дүртеһе (Юбилей, Подольск, Учалы һәм Сибай) Уралдағы иң эре ятҡылыҡтар иҫәбенә инә. Баҡыр һәм цинк запастары Урал буйынса был металдар запастарының 30 һәм 48 процентын тәшкил итә. Был ятҡылыҡтарҙа алтын запастары йөҙләгән тонна иҫәпләнә.

Республикала төҙөлөш материалдары етештереү тикшерелгән кирбес һәм керамзит балсығы, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, төҙөлөш ташы һәм ҡомо, гипс, эзбиз етештереү өсөн карбонат тоҡомдары запастары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Табылған ҡом-ҡырсынташ материалының бер өлөшө республиканан ситкә сығарыла.

Республикала 50-нән артыҡ минераль һыуҙар, шифалы батҡаҡ һәм термаль пар (газ) сығанаҡтары асыҡланған, уларҙың базаһында данлыҡлы Янғантау, Красноусол, Асы, Йоматау, Яҡтыкүл санаторийҙары һәм ял йорттары эшләй.

Белорет һәм Учалы райондарында декоратив йәшмә, эзбизташ, габбро, долерит, аҡыҡ, змеевик, мәрмәр ятҡылыҡтары байтаҡ. Урындағы тоҡомдар һәм минералдарҙың бай палитраһы бөгөн Башҡортостандың таш ҡырҡыу художестволы оҫтаханаларында ҡулланыла.

Минераль сеймал төрҙәренең ярайһы уҡ исемлеге, уңайлы географик урын, үҫешкән инфраструктура, һис шикһеҙ, Башҡортостанды республиканың ҡаҙылма байлыҡтар табыу сәнәғәтенә ватан, шулай уҡ сит ил инвестицияларын һалыу өсөн ылыҡтырғыс төбәк яһай.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар

 
Башҡортостан 450