ТәбиғәтТәбиғәт ҡомартҡылары

Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған  тәбиғәт территорияларының дөйөм майҙаны 1045952,22 мең гектар, йәғни республика майҙанының 7,3 процентын тәшкил итә. Билдәле булыуынса, айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары ландшафт һәм биологик төрлөлөктө һаҡлауҙың төп усаҡтары булып тора.

Республика территорияһында өс ҡурсаулыҡ (“Башҡортостан”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал”), “Башҡортостан” милли паркы, өс тәбиғи парк (“Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым мәмерйәһе”), 29 дәүләт тәбиғәт заказнигы, шул иҫәптән 15-е зоологик, 178 тәбиғәт ҡомартҡыһы, дауалау-сәләмәтләндереү урындарын һәм курорттарҙы 7 тау-санитар һаҡлау округы, урындағы әһәмиәттәге “Еҙем” ландшафт тәбиғәт паркы урынлашҡан.

Федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары булып торған ҡурсаулыҡтар һәм милли парк “Росприроднадзор”ҙың БР буйынса идаралығы ҡарамағында.

Төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары булып торған тәбиғи парктар, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, дауалау-сәләмәтләндереү урындары һәм курорттар РФ субъекттарының милке булып тора һәм улар субъекттың дәүләт власы органдары ҡарамағында.

Айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары сиктәрендә “Шайтан-Тау” ҡурсаулығы, 8 тәбиғи парк (“Ағиҙел”, “Ирәмәл”, “Ирәндек”, “Ҡырҡты”, “Павловка”, “Йүрүҙән”, “Инйәр”, “Еҙем”), 50 заказник һәм бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары булдырыу планлаштырыла.

2006 йылда “БР экологияһы һәм тәбиғи ресурстары (2004-2010 йылдар)” Республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1300 мең һумлыҡ саралар үткәрелде.

Башҡортостан Республикаһының һаҡланған тәбиғәт территориялары һәм улар менән бәйле тәбиғи экологик системалар һәм уларҙың биологик төрлөлөгө Башҡортостан Республикаһының да, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының һәм бөтә донъяның баһалап бөткөһөҙ тәбиғи мираҫы, матди ресурстарҙың алыштырғыһыҙ сығанағы һәм тирә-яҡ мөхиттең именлеген һаҡлау өсөн кәрәкле шарттар булып тора.

Һаҡланған тәбиғәт территориялары республикала экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Тәбиғәт ҡомартҡылары

 
Башҡортостан 450