Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе www.bashkortostan450.ru мәғлүмәт сайты биттәрендә ҡотлайым!

2007 йылда Башҡортостан Республикаһы мөһим тарихи дата – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләйәсәк. Тарих атай-олатайҙарыбыҙҙың үҙ ваҡытында дөрөҫ һәм аҡыллы ҡарар ҡабул иткәнен күрһәтте. Ул урыҫ һәм башҡорт халҡы дуҫлығына ныҡлы нигеҙ һалды, славян һәм төрки этностарының, православие һәм ислам вәкилдәренең берҙәм дәүләттә хеҙмәттәшлек итеү һәм мәҙәни аралашыу процестарына, Рәсәйҙең этник күп төрлөлөгөн иҫәпкә алыусы милли сәйәсәт формалаштырыуға башланғыс бирҙе.

Башҡортостан тарихы Рәсәй тарихының айырылғыһыҙ һәм мөһим өлөшөнә әйләнде, һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Указы буйынса юбилейҙы федераль кимәлдә байрам итеү тулыһынса законға ярашлы. Бөгөн бөтә республика – дәүләт һәм урындағы власть органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, фән, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары – был юбилейға әүҙем әҙерләнә.

Был сайт Башҡортостандың үҙенсә бер электрон энциклопедияһы булып тора. Бында тыуған яғыбыҙ тураһында киң мәғлүмәт, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу тарихы буйынса материалдар табырға, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың бай мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, республиканың матур тәбиғәте менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ бында хәҙерге Башҡортостандың иҡтисад, сәйәсәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары ла бирелгән.

Даими тулыландырыла барыусы мәғлүмәт ярҙамында сайтҡа инеүселәр һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың тормошо ни тиклем яҡшырыуы хаҡында беләсәк. Меңәрләгән яңы торлаҡ йорттар, күркәм театрҙар, мәҙәниәт йорттары, бына тигән шифаханалар һәм мәктәптәр, реконструкцияланған һәм яңы төҙөлгән дауаханалар һәм поликлиникалар, республикабыҙҙың бөтә мөйөштәренә үткәрелгән газ һәм юлдар – былар барыһы ла Башҡортостандың бөгөнгө иҡтисади һәм социаль сәйәсәтенең күҙ алдындағы һөҙөмтәләре.

Сайт буйынса экскурсия һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап бирер, һеҙгә беҙҙең республикала үҙегеҙҙе үҙ өйөгөҙҙәге кеүек тойорға ярҙам итер, тип уйлайым.

Ҡунаҡсыл Башҡортостан беҙҙең менән был байрамды уртаҡлашырға, республика ҡалаларында һәм райондарындағы тантаналарҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да шатланып ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ҡәҙерле дуҫтар!

 
Башҡортостан 450