→
Спорт
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Спорт
•
Башҡортостандын спорт клубтары
Башҡортостанда спортты яраталар. Чемпиондарыбыҙ бөтә донъяға билдәле. Командаларыбыҙ илдең иң элиталы дивизиондарында сығыш яһай. Башҡортостандар – йәйге һәм ҡышҡы Олимпиада һәм Паралимпия уйындарында даими ҡатнашыусы. Һис шикһеҙ, был – Башҡортостанда спортты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса аныҡ һәм ойошҡан эш алып барыу һөҙөмтәһе. Республикала бөгөн спорттың 125-ләп төрө таралған.
2003 йыл республикала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тарафынан Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше йылы тип иғлан ителде. Төп бурысты – республика халҡын сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, күмәк физкультура-спорт һәм туризм хәрәкәтен үҫтереү – үтәүҙән тыш, был йылда норматив-хоҡуҡ базаһын камиллаштырыу буйынса эш әүҙемләштерелде. Республика башлығының 20-нән ашыу указы һәм бойороғо, Хөкүмәт һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары һәм бойороҡтары ҡабул ителде. Парламент ике тапҡыр тикшергәндән һуң “Балалар-үҫмерҙәр спорты тураһында” закон беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
Ләкин был, спортҡа һәм физик культураға 2003 йылда ғына ҙур иғтибар бирелде, тигән һүҙ түгел. Был эш даими алып барыла. Йыл һайын Башҡортостанда ун меңдән ашыу спорт саралары үткәрелә, уларҙа миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. “Милләттәр кросы”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты” кеүек Бөтә Рәсәй күмәк ярыштары үткәреү яҡшы традицияға әйләнде. Ә 2006 йылда Өфөлә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәреү республика тормошонда төп ваҡиға булды. Был сара башҡорт спорты йылъяҙмаһына уның иң сағыу биттәренең береһе булараҡ инде.
Башҡортостан спортсыларының даны республиканан ситтә лә киң билдәле. Бындай уңыштарға өлгәшеү өсөн ныҡышмалы күнекмәләр үткәреү һәм, әлбиттә, ярашлы шарттар булдырыу үтә мөһим. Был йәһәттән спортсыларыбыҙ ғорурлана ала, сөнки Башҡортостанда матди-техник базаны үҫтереү юғары кимәлдә үтә. Яңы стадиондар, бассейндар, тау саңғыһы трассалары, ат спорты комплекстары төҙөү бөгөн дә дауам иттерелә.
Һуңғы йылдарҙа спорт ойошмаларында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спортты үҫтереүгә ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Был категория граждандары өсөн спорт клубтары һаны һәм унда шөғөлләнеүселәр иҫәбе ҡырҡа артты. Ошо юҫыҡта хөкүмәт тарафынан байтаҡ указ һәм ҡарарҙар ҡабул ителде. 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Сергей Севостьянов, биш тапҡыр Паралимпия чемпионы Андрей Строкин һәм башҡа бик күптәр ысын мәғәнәһендә республика һәм бөтә ил ғорурлығы булып тора.
Республиканың спорт тормошо бер урында тапанмай. Атлеттарыбыҙ тағы ла бейегерәк үрҙәрҙе буйһондора.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына