Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Тереғолов Айрат


Айрат Тереғолов 1957 йылда тыуған.

Башҡорт педагогия институтында (художество-графика факультеты) белем ала, 1985 йыл.

РФ Рәссамдар союзы ағзаһы.

Төп күргәҙмәләре: Республика, Зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, персональ (Өфө, Силәбе, Копенгаген), Төркөм, Сит илдәр (Австрия, Италия, Франция, Эфиопия), Халыҡ-ара графика (Канада, Польша, Көньяҡ Корея, Англия, Испания, Румыния, Ҡытай).

Наградалары: Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, БР Рәссамдар союзы дипломы, IХ Халыҡ-ара баҫма миниатюра Биенналеһы Гран-Прийы.

Эштәре Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында, галереяларында һәм шәхси коллекцияларында ҡуйылған. Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

 “Айрат Тереғолов – ижадында бөгөнгө Рәсәй графикаһының күп һыҙаттары: художество теле экспрессивлығы, форма һәм аралыҡ менән иркен мөғәмәлә итеү, образлы гротеск, графиканан уның бөтә техник мөмкинлектәрен “һығып сығарырға” маташыу – тупланған рәссам…

Бөгөнгө эштәрендә ул 1980-90 йылдарҙағы ижадына хас персонаждар карикатуралығынан ситкә китә…

Уның сәнғәте үҙенсәлекле бер уйынға оҡшаған: биттәрҙең еңеллеге һәм йөкмәткеһенең иронияһы артында ҙур оҫталыҡ һәм әйберҙәрҙең асылын тәрән аңлау йәшеренгән”.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450