Лотфуллин Әхмәт
1928 – 4 февральдә Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған родился 4 февраля в деревне Аскарово Абзелиловского района Башкирской АССР
1943-1945 – Магнитогорск һөнәрселек училищеһында уҡый
1945-1948 – Ленинградтың 9-сы архитектура-художество училищеһында уҡый
1949-1951 – Өфө театр-художество училищеһында А.Э. Тюлькинда, Б.Ф. Лалетинда уҡый
1951-1954 – Литва ССР-ының Дәүләт художество институтында уҡый
1957 – Өфөлә тәүге персональ күргәҙмәһе
1957-1998 – күп һанлы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша
1966 – “БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы” исеменә лайыҡ була
1967 - III «Советская Россия» республика күргәҙмәһендә ҡатнашҡан өсөн РСФСР Министрҙар Советы дипломы менән наградлана
1970 – ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советы Почет грамотаһы менән наградлана
1971 – “Ауылда байрам. 1930-сы йылдар” картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә
1976 – Францияға ижади сәфәре. Персональ күргәҙмәһе. Мәскәү
1977 ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советы Почет грамотаһы менән наградлана
1978 – “РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы” исеменә лайыҡ була. Персональ күргәҙмәһе. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан
1980 – Вьетнамға ижади сәфәре
1982 – “РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы” исеменә лайыҡ була. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты була.
1987 – юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты Почет грамотаһы менән бүләкләнә
1988 – СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана
1989 – “СССР Халыҡ рәссамы” исеменә лайыҡ була
удостоен звания «Народный художник СССР»
1992 – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана
1997 – Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана
1998 – Өфөнөң М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында персональ күргәҙмә
“Өфөнөң “Мираҫ” галереяһы ойошторған Әхмәт Лотфуллин әҫәрҙәре күргәҙмәһе уның портрет, пейзаж эштәренән, композициялар эскиздары, натюрморттарҙан тора. Экспозицияның әһәмиәте рәссамдың ижад итә башлаған осорҙағы, тамашасыға аҙ билдәле булған әҫәрҙәре ҡуйылыуында. Былар ватандаштарының портреттары – “Ауыл Советы рәйесе” 1961, “Орсоҡ ауылынан өләсәй” 1972, “Ветеран” 1982 – ауыр тормош һынауҙары аша үтеп тә, һығылып төшмәгән кешеләр. Бындай күргәҙмәләр сәнғәтебеҙҙең иң яҡшы традицияларын һаҡлауға, тамашасыла патриотик тойғолар һәм эстетик зауыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итә”.
|
|
Рәссамдар, скульпторҙар |