Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Самосюк Борис


Рәссам, график.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй (Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы).

1957 йылда тыуған.

Белеме: Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты (1979-1984).

1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

Түбәндәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан: Бөтә Рәсәй – 1983 йылдан, республика – 1985 йылдан, Бөтә Союз – 1987 йылдан, зона һәм төбәк –  1991 йылдан, Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостандың хәҙерге һынлы сәнғәте күргәҙмәһе – 1997 (Мәскәү), сит илдәр – “Башҡортостан рәссамдары Польшала” – 1991 (Варшава, Польша), махсуслаштырылған – станок графикаһы биенналеһы – 1992 (Калининград), Урал баҫма графика триенналеһы – 1995, 1998 (Өфө), халыҡ-ара – 1993 – графика биенналеһы (Маастрихт, Голландия), 1994 – 25-се Халыҡ-ара экслибрис конгресы (Милан, Италия), 1995  графика күргәҙмәһе (Иокогама, Япония), 1997  графика сәнғәте триенналеһы (Битола, Македония Республикаһы), 2000, 2002 – «Алтын ҡауырһын»  41-се Халыҡ-ара иллюстрация күргәҙмәһе (Белград, Югославия), 2001, 2003 –графика биенналеһы (Варна, Болгария), 2003 –«Һыу» экслибрис конкурсы (Бодио Ломнаго, Италия).

Персональ күргәҙмәләр: 1991 – Өфө (БР Рәссамдар союзының бәләкәй залы), 2002 – Мәскәү (Үҙәк Рәссамдар йорто), 2003 – Өфө (Башҡорт дәүләт филармонияһы, “Лимузин” арт-галереяһы).

Картиналары ҡуйылған урындар: М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Хәҙерге заман сәнғәте музейы (Мәскәү), Екатеринбург һынлы сәнғәт музейы, Ирбит дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Дондағы-Ростов ҡалаһындағы Дәүләт художество музейы, Бельгия, Германия, Израиль, Италия, Канада, АҠШ, Рәсәй, Румыния, Украина, Франциялағы галереялар һәм шәхси тупланмалар.

“Тематикаһының етдилеге, образдарының эске йөкмәткеһе, эштәренең драматик-эмоциональ һуғарылышы – бына Борис Самосюк ижадының төп характеристикаһы. Рәссамдың ижады эҙмә-эҙ үҫешә. Һынлы сәнғәт мөмкинлектәре арсеналынан рәссам теманы, сюжетты, образды асып биреү өсөн кәрәкле эмоциональ йоғонто яһауға өлгәшерлек баҙыҡ саралар таба белә…”


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450