Ханнанов Вәсил
Вәсил Ханнанов Өфөнөң танылған рәссамы, график, перформанстар ойоштороусы һәм унда ҡатнашыусы, үҙенсәлекле художество проекттары авторы, “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе етәксеһе, Наил Латфуллин исемендәге БР Хәҙерге сәнғәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
“Вәсил Ханнанов, донъя уның үҙе кеүек үк универсаль, ә бөтә предметтар үҙгәреш кисерергә тейеш, тип иҫәпләй. Реинкарнацияға ышанырға һәм уны Леонардо тип атарға тәҡдим итәм, ти йәш сәнғәт белгесе Екатерина Суворова. – Вәсил Ханнанов – йәш йөрәктәр хакеры. Ул беҙҙең быуын гуруһы. Һынлы сәнғәттә “өр-яңы технологиялар” эшкәртеү менән мәшғүл. Вәсил нимә генә эшләмәһен – полотно төшөрәме, йәки үҙ картинаһы өсөн рамды буяймы, һәр нәмәне “ханнановса” башҡара. “Сыңғыҙхан”да – уның характеры, тиһәм, башҡа ҡатнашыусыларҙы рәнйетмәҫмен, тип уйлайым”.
“Сыңғыҙхан көслө ихтыярлы, ут һәм ҡылыс менән донъяны яулап алған кеше булған, ә беҙ тормош арауығын һәм офоҡтарҙы киңәйтеп, матур сәнғәтебеҙ менән кешеләрҙең йөрәген яулайбыҙ. Бына шулай, һәм тамсы ла кәм түгел!” – тип аңлата төркөмдөң исемен Вәсил. Әммә үҙ-үҙенә һәм бөтә ваҡытын арнаған эшенең кәрәклегенә ышанған кеүек, уның үҙендә лә ихтыяр көсө һәм бына тигән ойоштороусы һәләте етерлек. Емерек ярым подвал бинанан ул музей ҡорҙо һәм мәрхүм булып ҡалған дуҫы һәм уҡытыусыһы Наил Латфуллин иҫтәлегенә уның исемен бирҙе.
|
|
Рәссамдар, скульпторҙар |