Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Байбурин Наил


Рәссам, сценограф, драматург, шағир, яҙыусы.

1956 йылдың 17 июлендә Өфөлә тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлексәһендә махсус белем ала (1975-1980).

1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).

Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1986).

1981 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләй (ҡуйыусы рәссам, баш рәссам, 1994 йылдан – художество етәксеһе).

Н. Гусева менән С. Потабенко пьесаһы буйынса (“Рамаян” боронғо һинд эпосы мотивтары буйынса) Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйылған (1987, Өфө) “Һинд легендаһы” спектакле өсөн Дж. Неру исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты (1988, Һиндостан).

“Инйәр” ижади төркөмө ағзаһы (1989-1993).

1993 йылдан “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе ағзаһы.

Сценограф сифатында 30-ҙан ашыу спектакль ҡуйған.

Төп күргәҙмәләре

1987 – Бөтә Союз театр һәм кино рәссамдары күргәҙмәһе. Мәскәү.

1989“Инйәр” ижади төркөмө күргәҙмәһе. Өфө.

1990 – “Инйәр” ижади төркөмө күргәҙмәһе (“Март” ижади төркөмө менән бергә). Өфө.

1991 – “Инйәр” ижади төркөмө күргәҙмәһе (“Март” ижади төркөмө менән бергә). Мәскәү.

1992“Вояж” ижади төркөмө күргәмәһе. (“Инйәр” һәм “Март” ижади төркөмдәренең берләшкән күргәҙмә проекты) Мәскәү  Париж  Нью-Йорк.

1994 – «Мираҫ” галереяһы күргәҙмәһе. Мәскәү.

1995“Сыңғыҙхан”. Өфө.

1996 – “Сыңғыҙхандың ҡайтыуы”. Ҡазан.

1997 – “Мираҫ” галереяһы коллекцияһы”. Мәскәү.

1997, 1998“ГФР Илселеге”. Мәскәү.

1997, 1999 – «Наурыҙ байрамы» перформансы. Өфө.

1999Һынлы сәнғәт музейы. Екатеринбург.

2000 – Персональ күргәҙмә, "Мираҫ” галереяһы, Өфө; «Палитра” галереяһы, С-Петербург; “Күк йөҙөндә һабан турғайы” художестволы-музыкаль проекты, Москва; Египет Илселеге, Мәскәү; „Принцесса“ перформансы, Нестеров исемендәге музей, Өфө; Нестеров исемендәге музей, Өфө.

1996, 1997, 1998, 1999, 2000 “Арт-Манеж» халыҡ-ара художестволы йәрминкәләре, Мәскәү.

2001  "Арт-Мәскәү” халыҡ-ара художестволы йәрминкәһе, Мәскәү; БР Йәштәр театры интерьерҙары АРТ- дизайны.

2003, 2004  «Салауат йыйыны»  Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арналған республика фольклор байрамының баш рәссамы. Малаяҙ ауылы, БР.

“Наил Байбурин эшләгән Ҡурсаҡ театрында тормош идеаль. Ул йәшәгән ҡалала хәлдәр төрлөсә була. Ләкин ул был турала белмәй: ул үҙенә шатлыҡ килтергән нәмәне генә белергә өйрәнгән.

Һынлы сәнғәт һәм шиғриәт, публицистика, драматургия һәм режиссура. Сәнғәт океанында ул – кит. Ләкин сәнғәт уның өсөн һөнәр һәм хатта һәләтлелек тә түгел, ә уның ғаләмендәге төҙөлөш материалы”.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450