Нестеров Михаил
Нестеров Михаил Васильевич 1862 йылдың 19 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Совет рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942). Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында (1877-81 һәм 1884-1886) В. Г. Перов, А. К. Саврасов, И. М. Прянишниковта, Петербург художество академияһында (1881-84) П. П. Чистяковта уҡый. 1889 йылдан экспонент, 1896 йылдан Передвижниктар ширҡәте ағзаһы. Башлыса Мәскәүҙә йәшәй (1890-1910 йылдарҙа – Киевта). Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән.
“Дәрүиш” , “Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе” картиналарында (икеһе лә Третьяков галереяһында) Нестеровтың кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы тулы сағылыш таба.
Совет осоронда Михаил Нестеров ижадының реализм башланғысы яңы үҫеш ала. Ул фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡландырғыс образдарын ижад итеп, башлыса, портретист булараҡ эшләй. Был, нигеҙҙә, 1930-сы йылдар портреттары (П. Д. һәм А. Д. Кориндар 1930, А. Н. Северцов 1934, И. Д. Шадр 1934, С. С. Юдин 1935, И. П. Павлов 1935, СССР Дәүләт премияһы 1941; К. Г. Держинская 1937, Е. С. Кругликоза 1938, В. И. Мухина 1940 барыһы ла Третьяков галереяһында) рәссамды социалистик реализм живописының күренекле оҫталары рәтенә сығара. Портреттарға картина формаһы камиллығы, композицияның гармониялы, асыҡ төҙөлөшө, күләм һәм киңлекте аныҡ һынландырыу хас. Нестеров лирик пейзаж оҫтаһы булараҡ та эшләүен дауам итә (“Ауылда көҙ”, 1942, Третьяков галереяһында). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.
Михаил Васильевич Өфөнө бик ныҡ яратҡан, унһыҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике, өс тапҡыр килеп киткән. Уны бында әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильевна һағынып көтөп алған.
Рәссам 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Башҡортостан дәүләт художество музейына уның исеме бирелгән.
|
|
Рәссамдар, скульпторҙар |