Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Самосюк Ольга


Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Магнитогорск дәүләт педагогия институтының (хәҙер университет) художество-графика факультетын тамамлаған (1977-1983).

1993 йылдан РФ Рәссамдар союзы ағзаһы.

1985 йылдан – республика, 1991 йылдан – зона, 1989 йылдан – Бөтә Рәсәй, 1991 йылдан Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.

Авторҙың эштәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында (Өфө), Екатеринбург художество музейында, Ирбит һынлы сәнғәт музейында, Магнитогорск картиналар галереяһында, Хәҙерге сәнғәт музейында (Мәскәү), Экслибрис музейында (Мәскәү), Өлкә художество галереяһында (Кенигсберг ҡалаһы), Өфө художество галереяһында, “Сәнғәт” художество галереяһында (Өфө), Маастрихт ҡалаһы художество галереяһында (Голландия), Дизайн үҙәгендә (Силәбе), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйынтыҡтарҙа (Бельгия, Германия, Израиль, Италия, Ҡытай, Польша, Франция, Чехия республикаһы, Украина, Япония) һаҡлана.

“Сәнғәттең үҙендә лә, тарихта ла Ольга Самосюкты матурлыҡ, донъя гармонияһы, айырым кешенең йәки тотош кешеләр йәмғиәтенең рухи башланғысы ҡыҙыҡһындыра. Уның ижадына киң аң даирәһе, юғары мәҙәнилек, тел тейҙергеһеҙ профессиональ оҫталыҡ һәм ҙур эш һөйөүсәнлек хас, шуға күрә лә уның багажында бөгөн – 500-ҙән ашыу график әҫәрҙәр. Төҫтәр байлығы уның эштәренә “живопись графикаһы” термины ҡулланырға мөмкинлек бирә. Уның эштәрендә төҫ – иң көслә эмоциональ йоғонто сараларының береһе…”


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450