Харисов Ринат
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
1989 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.
“Туран” Халыҡ-ара культурология фондынын I Премияһы лауреаты (Ҡазан, 1993).
Республика, зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит илдәр, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
1953 йылда Иҫке Ҡарағош ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлегендә махсус белем ала.
Өфөлә йәшәй һәм эшләй, 1996 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыта. Һынлы сәнғәт кафедраһы доценты.
Төп күргәҙмәләре:
1987 - «Рәссам һәм ваҡыт», Мәскәү; Рәсәйҙең йәш рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Чехословакия, Кипр.
1988 - «Илебеҙ йәшлеге», Мәскәү.
1989 Рәсәйҙең йәш рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе. Адис-Абеба, Эфиопия.
1990 «ТАТ-АРТ», С.-Петербург.
1991 - «ТАТ-АРТ», Ҡазан.
1992 – “Милли мәҙәниәт музейы" Ҡазан; БР Мәҙәниәт министрлығы галереяһы, Зальцбург, Вена, Австрия.
1993 - «Мираҫ» галереяһы күргәҙмәһе, Өфө; «Мираҫ» галереяһы күргәҙмәһе, Мәскәү; Персональ күргәҙмә, Вена, Австрия; Персональ күргәҙмә, Зальцбург, Австрия.
1994 «Туран» Культурологик фонды күргәҙмәһе, Истанбул, Төркиә; «Мираҫ» галереяһы күргәҙмәһе, Мәскәү.
Һәм башҡалар.
“Ринат Харисов 80-се йылдар башындағы күргәҙмәләрҙә күренә. Берәүҙәр уны аңламай, икенселәр татар һынлы сәнғәте классигы тип атай. Уның эштәренең төп персонаждары – ир менән ҡатын”, тип яҙа уның тураһында сәнғәт белгесе Хәйҙәр Ҡолбарисов.
|
|
Рәссамдар, скульпторҙар |