Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Краснов Сергей


Рәсәй Художество академияһының ағза-корреспонденты (1997).

БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1998).

1976 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

 “Март” ижади төркөмө ағзаһы (1989-1993).

Ғ.Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы республика премияһы лауреаты (1987).

ВЛКСМ Үҙәк Комитеты премияһы (1976, Мәскәү) һәм СССР Художество академияһы премияһы лауреаты (1977).

СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы (совет космонавтикаһының 20 йыллығына арналған күргәҙмә, 1981).

Һуңғы йылдарҙағы әҫәрҙәре өсөн Рәсәй Художество академияһының көмөш миҙалы (2002).

1948 йылдың 31 авгусында Өфөлә тыуған.

Өфөнөң 2-се педагогия училищеһының (хәҙерге лицей) художество бүлегендә белем ала (1964-1966). 1978-1981 йылдарҙа СССР Художество академияһында академиктар Е.А. Кибрик һәм О.Г. Верейскийҙың ижад оҫтаханаларында эшләй.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Башҡортостан Художество академияһы кураторы.

Өфө дәүләт сервис институты дизайн факультетының Дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе.

1972 йылдан – республика, зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит илдәр, халыҡ-ара һәм төркөм күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450