Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Тавасиев Сосланбек


1967 йылда Өфөлә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла, уны Петербург художество академияһында тәрбиәләнеүсе Төньяҡ Осетия скульпторы Сосланбек Дафаевич Тавасиев ижад итә. Сосланбек Тавасиев беренсе тапҡыр милли батыр тураһында 1941 йылда Башҡортостандың Стәрлебаш районында ишетә һәм Салауат Юлаев тураһында бар мәғлүмәттәр йыя, фольклор һәм архив материалдарын өйрәнеп, батыр образын һынландырыу өҫтөндә эшләй башлай. Был эш егерме йылға яҡын һуҙыла. Һөҙөмтәлә Башҡорт халҡына аңлайышлы һәм кәрәкле, баш ҡалабыҙҙың биҙәге булып торған мөһабәт һәйкәл ҡойола.

Тавасиев үҙ уйын тормошҡа ашырыу өсөн скульптураның иң ауыр төрөн – ат монументын һайлай. Салауат үрәпсеп торған атта һыбайлы итеп һынландырылған, һыбайлының көслө ҡулдары теҙгенен ныҡ тартып, уны текә йылға яры буйында туҡтатҡан. Был скульптура илебеҙҙәге иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна.

Сосланбек Тавасиев үҙенең ижад емеше тураһында бына нимәләр һөйләгән: “Һәйкәл өҫтөндә эшләүгә мин 30 йылға яҡын ғүмеремде арнаным. Салауат һәйкәле минең өсөн Бетховен өсөн «Аппассионата» кеүек булды. Миҫалды юҡҡа ғына музыка өлкәһенән алмайым. Мин һәйкәлемдең героик музыка – халыҡ бәхете өсөн көрәш музыкаһы булып “яңғырауын” теләнем”. ХХ быуатта йәшәгән милләте буйынса алан скульпторҙың һәм XVIII быуатта төрлө милләт халыҡтарын үҙ азатлыҡ һәм тигеҙлек байрағы аҫтына берләштергән башҡорт Салауат Юлаевтың берләшеүе тәрән символик һәм үрнәк булырлыҡ. Сосланбек Тавасиевтың ижады – Салауат Юлаев һәйкәле – башҡорт халҡының көслө рухын һәм батырлығын һынландырыу ғына түгел, ә Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символы ла булып тора. Шуға күрә был һәйкәл республикабыҙҙың визит карточкаһы ғына түгел, шулай уҡ беҙҙең милли ҡаҙанышыбыҙ ҙа, ә мәңге йәш Салауат Юлаев һәйкәле һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент итеп алынды.

1975 йылдың 8 ноябрендә КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының совет скульпторы, Төньяҡ Осетия АССР-ның халыҡ рәссамы, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа Салауат Юлаев һәйкәлен ижад иткән өсөн СССР Дәүләт премияһын биреү тураһында ҡарары сыға. Һуңыраҡ Тавасиев Художество академияһының алтын миҙалына лайыҡ була.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450