Тюлькин Александр
Башҡортостан мәҙәниәтенең ҡайһы өлкәһен генә алма, ул тарихтың ҡайһы осорона ғына ҡарамаһын, беҙ, һис шикһеҙ, донъя мәҙәниәтенә ҡағылышлы йәки донъяуи әһәмиәткә эйә булған күренештәрҙе асыҡларбыҙ.
Башҡортостан һынлы сәнғәте ХХ быуаттың 20-се йылдарында уҡ донъяла танылыу яулай. Тап рәссамдар сәнғәт эшмәкәрҙәренән беренсе булып сит илгә сыға. Мәҫәлән, 1929 йылда улар АҠШ-та Сан-Диегола «Милли сиктәр рәссамдары» Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнаша, унда 1916 йылда уҡ Өфөлә Һынлы һүрәт сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, һуңыраҡ Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейы директоры Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников («Башҡорт ҡыҙы»), Александр Тюлькин («Сәскәгә күмелгән тәҙрәләр») Ҡасим Дәүләткилдиев («Башҡорт ҡыҙы», «Башҡорт һунарсыһы») картиналары ҡуйыла.
Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, рәссам, педагог, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы Александр Тюлькин был сафҡа осраҡлы ғына эләкмәй. Башлыса пейзаж һәм натюрморт жанрында эшләгән сәнғәт оҫтаһы илдең иң ҙур музейҙары (Рус музейы, Третьяков галереяһы, Көнсығыш халыҡтары сәнғәте музейы) йыйынтығына ингән әҫәрҙәр ижад иткән. Уның эштәренең күбеһе Өфөлә, Михаил Васильевич Нестеров исемендәге Художество музейында, тупланған.
Күренекле рәссам Александр Эрастович Тюлькин ғүмеренең күп өлөшөн Өфөлә йәшәгән (ул 1888 йылдың 30 авгусында тыуған, 1980 йылдың 18 мартында вафат булған, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән) һәм әҫәрҙәренең күбеһен ошо ҡалаға арнаған.
Өфө образдары рәссам өсөн бөтә ижады буйына төп тема һәм тәрән кисерештәр сығанағы булып торған. 30-сы йылдар уртаһына тиклем уның ижадында башҡа мотивтар күренмәй. ХХ быуат башында ул «Дачалағы йорт» (1919), «Гортензиялар» (1920), «Сәскәгә күмелгән тәҙрәләр» (1924), «Соҡорҙағы йорттар» (1928) кеүек эштәрен ижад итә. Ләкин уның ижади ҡыҙыҡһыныуҙары иҫке Өфө тураһында уйланыуҙар менән генә сикләнеп ҡалмай. 30-сы йылдар башында Тюлькин Уралдың сәнәғәт үҙәктәренә (Белорет, Магнитогорск, Златоуст), һуңыраҡ Башҡортостандың тәүге нефть промыслаһы үҙәге Ишембайға этюдҡа сыға. Бында ул йылдарҙағы иң яҡшы эштәренең береһе «Беренсе Ишембай вышкаһы»н (1938) ижад итә.
40-60-сы йылдарҙа рәссам тарихи һәм көнкүреш планындағы композициялар яҙа: «Пушкин башҡорттар араһында» (1947) «Нестеровтың тыуған илендә» (1946), «Ҡала ситендәге байрам» (1946), «Ленин Өфөлә» (1961). Үҙ ғүмерендә Александр Тюлькин тыуған яғының гүзәллеген, халыҡтың тарихын сағылдырған 300-ҙән ашыу живопись полотноһы ижад итә. Уның «Салауаттың өйө», «Башҡорт балы» картиналары киң танылыу яулай. 1975 йылда Мәскәүҙә Александр Эрастович әҫәрҙәренең күргәҙмәһе ойошторола.
Ул педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә күп көс һәм энергияһын бирә, 30 йылға яҡын Башҡортостан дәүләт сәнғәт техникумының (һуңыраҡ сәнғәт училищеһы) художество бүлексәһе педагогы булып эшләй. Башҡорт рәссамдарының тотош бер быуынын тәрбиәләй. Улар араһында Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, Александр Бурзянцев, Федор Кащеев кеүек танылған рәссамдар байтаҡ. 1937-1944 йылдарҙа БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.
Өфөләр был ғәжәйеп рәссам тураһында иҫтәлеккә һаҡсыл ҡарай. Баш ҡалала рәссамдың Йорт-музейы асылған. Уҡыусыларының, ҡатыны Антонина Николаевнаның тырышлығы менән Александр Эрастович йәшәгән йорт һүтелмәй алып ҡалына, иҫ киткес натюрморттар, пейзаждар, портреттар коллекцияһы һаҡланған. Башҡортостан халҡы өсөн Тюлькиндың исеме Аксаков һәм Нестеров менән бер рәттә тора. Был иҫке Өфө мәҙәниәтенең бер өлөшө, республика тарихы өлөшө.
|
|
Рәссамдар, скульпторҙар |