Арҙаҡлы шәхестәребеҙРәссамдар, скульпторҙар

Фазылов Хатип


Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы рәйесе Хәтип Сәрүәр улы Фазылов – рәссам. 1960 йылда Әбйәлил районы Яңауыл ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлексәһен тамамлай. 1986 йылда Когалымға республикабыҙ белгестәре быраулаған Төмән нефть ятҡылыҡтарына ижади командировкаға бара. Рәсәй рәссамдары ижади төркөмө составында Илья Репин исемендәге Академик дачала (Вышний Волочек, Тверь өлкәһе), һуңынан “Тюрксой” (Төркиә) фонды төрки телле илдәр рәссамдарының ижади лабораторияһында эшләй. 1980 йылдан – республика, төбәк, зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм төркөм күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. 1990 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. 1995 йылда ”Артыш” рәссамдар ижади төркөмөн етәкләй. 2001 йылдан  республика Рәссамдар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 2005 йылдың октябренән – БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. Уның иң билдәле картиналары – “Башҡорт легендаһы (Ете ҡыҙ)”, “Иҫке мейес”, “Шәжәрә ағасы”, “Мөғәллим. Халыҡ уҡытыусыһы”, “Сәсән”, “Йоҡо”, “Һыбайлы тауҙар фонында”, “Автопортрет. Ваҡыттар аша”, “Тауҙар аһәңе”, “Рогервик маршы”.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Рәссамдар, скульпторҙар

 
Башҡортостан 450