Арҙаҡлы шәхестәребеҙТарихи шәхестәр

Алиев Батырша


Башҡортостандағы 1755-1756 йылдар ихтилалы идеологы, публицист Батырша Алиөв (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиөв исеме менән билдәле. Себер даруғаһы, БР-зың хәҙерге Балтас районы Ҡарыш ауылында тыуған, заманына күрә етерлөк яҡшы белем алған: бер нисә мәҙрәсәлә уҡыған, 1744-1749 йылдарҙа Усы даруғаһы Ғәйнә улусы һәм Исәт провинцияһы ауылдарында мөғәллим һәм мулла була. 1749 йылдан 1755 йылдың майына тиклем Себер даруғаһының Ҡармышбаш ауылында мәҙрәсә тота, унда күп улустарҙан башҡорттар, татарҙар уҡый. 1754 йылда Себер даруғаһы ахуны итеп һайлана, ләкин был вазифала эш башламай.

1755 йылдың яҙында Батырша Алиөв төбәктең мосолман халыҡтарына ҙур өндәмә менән мөрәжәғәт итә, унда хөкүмәттең мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен сикләүөнә, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуына, сиктән тыш һалымдар һәм йөкләмәләр һалыуына ҡаршы сыға. Өндәмә Башҡортостанды Урыҫ дәүләтенең колониаль иҙеүенән тулыһынса азат итеү һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөү талабы менән тамамлана. Был өндәмә Башҡортостандың бөтөн дүрт даруғаһына ебәрелә һәм ихтилал программаһына әүерелә. Ләкин ихтилал барышында ҡыйыу эш итеү урынына Батырша Алиөв көтөп тороу юлын һайлай, аҙаҡтан шәкерттәре менән урманда йәшеренә. Ихтилал тиззән баҫтырыла. 1756 йылдың 8 авгусында Уҫы даруғаһы Әжәк ауылында (хәҙерге Борай районы Әжәк ауылы) Батырша тотолоп, Мәскәүгә, һуңынан Петербургка оҙатыла. Төрмәлә ултырған сағында   императрица   Елизаветаға, башҡорттарҙы ихтилал башлауға килтергән сәбәптәрҙе күрһәтеп, хат яҙа. Унда урындағы халыҡтың тыныслыҡ яҡлы булыуы билдәләнә: «Урыҫтар ҡыҫымы башланғанға тиклем башҡорттар бер ваҡытта ла баш күтәрмәне», тиелә унда. Шул уҡ ваҡытта, яуызлыҡтар урыҫ түрәләрө һәм генералдарынан ғына түгел, урындағы халыҡ вәкилдәренең, старшиналарының ике йөҙлөлөгөнән дә килә, тип аныҡлай ул. Хатта социаль ғәҙеллек хаҡына төрки халыҡтарҙың берләшеү, Ислам берҙәмлеге мотивтары ла бирелә. Ул императрицаға, башҡорттарҙың именлеге батшаның абруйынан бигерәк, башҡарма власть структураларында тәртип урынлаштырыуға бәйле, тип күрһәтә. Батша менән халыҡ араһында намыҫлы һәм дәүләткә тоғро хеҙмәт итергә тейешле чиновниктар армияһы тора: «Беҙ батшаны яуыз тимәйбеҙ, ул ғәҙел, әммә ҡуйынына йәшергән һәм беҙгә килеп өтмәгән ғәҙеллектән ниндәй файҙа?» Батырша Алиөв йыйындарҙа белдерелгән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Тикшереү ике йылға һуҙыла, 1758 йылдың декабрендә хөкөм сығарыла: ҡамсы менән һуҡтырырға һәм танау япрағын ҡырҡып алырға, ғүмерлеккә Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябырға. 1762 йылда Батырша Алиев төрмә һаҡсылары менән бәрелештә һәләк була.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Тарихи шәхестәр

 
Башҡортостан 450