Аҡназаров Зәкәриә
Зәкәриә Аҡназаров сирек быуаттан ашыу республика хөкүмәтен етәкләй. СССР-зың автономиялы республикаларында ла, союздаш республикаларында ла бындай яуаплы вазифала бер кем дә шул тиклем озаҡ һәм уңышлы эшләмәй.
Зәкәриә Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусында Баймаҡ районы Ямаш ауылында тыуған, 1940 йылда Темәс педучилищеһын тамамлаған, ике йыл тыуған районында Мырҙый башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. 1942 -1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң 1950 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт пединститутын тамамлай. 1946 йылдан Зәкәриә Аҡназаров комсомол эшендә, Баймаҡ райкомының икенсе секретарынан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарына тиклем юл үтә. 1954 йылдан 1962 йылға тиклем ул партия эшендә.
1962 йылда Зәкәриә Аҡназаровтың тормошонда ҡырҡа боролош була 38 йәшендә ул республиканың Министрҙар Советы Председателе итеп тәғәйенләнә һәм ошо юғары вазифала 1986 йылға тиклем эшләй. 24 йыл республика хөкүмәте башында. Зәкәриә Аҡназаровтың хеҙмәт биографияһындағы был осор республика тарихында тотош бер дәүергә әйләнә лә инде.
Зәкәриә Шәрәфетдин улының хәтерләүҙәренә ҡарағанда, бындай юғары тәғәйенләнеш уның өсөн бөтөнләй көтөлмәгәндә була. Был ваҡытта уның КПСС Өлкә Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында уҡып, диссертация өҫтөндә эшләүгә тотонған сағы була. КППС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нурый улы Нуриев Өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән уның юғары вазифаға тәҡдим ителеүе хаҡында хәбәр иткәс, ул албырғап ҡала. Иң элек ул, хужалык эше тәжрибәһе булмауына һылтанып, туранан-тура шикләнеүен белдерә. Әммә Зәкәриә Аҡназаровҡа бындай тәҡдимдәрзе кире ҡағырға ярамағанлығын тиҙ төшөндөрәләр. Шулай көндәлек эш һәм мәшәҡәттәр менән сирек быуат ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
Был йылдарҙа тормош Зәкәриә Аҡназаровты төрлө, ваҡыты менән бик ауыр хәлдәргә ҡуя, әммә ул, тәжрибә туплай барып, һәр хәлдән лайыклы сығырға өйрәнә. Үз бурысын үтәүҙә уға хәс тәрбиәлелек, кешеләргә ихтирам, эш һөйөүсәнлек кеүек сифаттар, беренсе планға шәхси амбицияһын түгел, ә эш мәнфәғәттәрен ҡуйыуы нык ярҙам итә. Ул бер ваҡытта ла белгестәр менән кәңәшләшеүҙән тартынмай, зур иҡтисади проекттарҙы эшкәртеүгә һәм тормошҡа ашырыуға уларҙы йәлеп итә белә.
Зәкәриә Шәрәфетдин улының коллегалары, ул һәр ваҡыт эшкә иң иртә килә ине, тип хәтерләй. Район һәм ҡалаларға, предприятиеларға, колхоз һәм совхоздарға йыш сыға, шуға ла республиканың һәр мөйөшөндәге хәлде якшы белгәнгә күрә, һәр вакыт реаль мөмкинлектәрҙән сығып талап итә. Уның ябайлығы һәр кемдә ҙур ихтирам тыуҙыра.
1986 йылда Зәкәриә Аҡназаров хаҡлы ялға сыҡты. 2000 йылдың апрелендә яҡты донъянан китте. Зәкәриә Шәрәфетдин улының хеҙмәт ҡаҙаныштарын дәүләт юғары баһалай ул ике Ленин ордены, Октябрь революцияһы ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены, Халыҡтар дуҫлығы ордены, бер тиҫтә СССР миҙалдары менән наградлана. Республика баш ҡалаһы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. Шулай за иң мөһиме кеше тураһында яҡшы иҫтәлектер ул. Зәкәриә Аҡназаров һәр вакыт үзе булып ҡалды. Республика матбуғатында мәҡәләләр һәм иҫтәлектәре менән сығыш яһап, ул тарихыбыҙға ҡара яғыусылар менән риза булмауын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге замандың айышына яҡшыраҡ төшөнөү өсөн, үткәнде объектив баһаларға тырышты. Аҡназаровты Башҡортостанда бөгөн дә хәтерләйҙәр һәм ихтирам итәләр. Республиканың бөгөн Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы позиция биләүендә, ә халыҡтар араһында татыулыҡ хөкөм һөрөүендә, һис шикһеҙ, Зәкәриә Шәрәфетдин улының да ҡаҙанышы ҙур.
|
|
Тарихи шәхестәр |