Вәлиди Әхмәт Зәки
Зәки Вәлидовтың тыуған төйәге Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙендәге Көҙән исемле башҡорт ауылы. Мәскәүҙән ҡарағанда урыҫ мәҙәниәте үҙәктәренән айырылған Көҙән көнсығыш донъяһының мәҙәни үҙәктәренә яҡыныраҡ тойола. Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы һәм ғалим шәрҡиәтсенең ата әсәһе ғәрәп, фарсы һәм (чагатай) иҫке төрки телендә һөйләшә белгән. Ул ваҡытта көнсығыш белемле ғаиләләр һирәк күренеш булмай һәм һәр татар һәм башҡорт ауылында осрай. Ғалим үҙенең бала һәм үҫмер саҡтарын ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала һәм былай тип яҙа: «Мин үҙемдең тыуған Көҙән, Ғәлиәкбәр, Алағуянбашы һәм Аҡбейек йәйләүҙәрен бик яраттым. Әммә беҙҙең көнкүреш мәҙәниәтенең артта ҡалғанлығы был тормошҡа нисектер өҫтән ҡарарға мәжбүр итә ине. Тик һуңынан ғына мин башҡорт тормошо философияһының урыҫ яҙыусылары Л. Толстой һәм С. Аксаков тарафынан идеаллаштырылыуының мәғәнәһен һәм дөрөҫлөгөн аңланым. Был йәмәғәт даирәһенең зыялылары миңә төрки, ғәрәп һәм фарсы мәҙәниәттәрен төшөндөрҙө, көнсығыштың ҡайһы бер бөйөк аҡыл эйәләре менән таныштырҙы һәм шундай әхлаҡи идеал һәм сәйәси маҡсат бирҙе, һуңынан уларҙы төҙәтеү һәм үҙгәртеүҙең кәрәге лә булманы».
Ярайһы уҡ ҙур майҙанға таралған яҡын һәм алыҫ туғандары менән осрашыу өсөн алыҫ араны һыбай үтеү Әхмәтзәки өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Был күптән түгел генә күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың йолаларынан киләлер. Ул татар һәм мишәрҙәрҙең ҙур булмаған ер майҙанында көн күрер өсөн өҙлөкһөҙ, мәшәҡәтле крәҫтиән хеҙмәтен көн дә күҙәтә. Ғалим былай тип хәтерләй: «Тау һәм йәйләүҙәрҙә ябай тормош кисереүебеҙ, тарихи риүәйәттәр, уларҙың халыҡ күңелендә әле лә тере булған шаңдауы бала саҡтан минең аңыма шул тиклем ныҡ һеңде, һуңынан, азатлыҡ өсөн көрәш барышында улар миңә иң киҫкен хәл иткес эштәргә тотонорға ярҙам итте, тюркология һәм исламды өйрәнеү фәндәренең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында иң ҡыйыу пландар төҙөргә илһамландырҙы. Ошонан минең яҙмышым бөгөн дә халҡымдың күңелендә тере булған тарихи иҫтәлектәр дауамы һәм һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул ителергә тейешлеге аңлашыла».
1908 йылдан башлап Зәки Вәлидов Ҡазанда Ҡасимия мәҙрәсәһендә уҡый, университетҡа инеү тураһында хыяллана, гимназия курсы буйынса имтихандарға үҙаллы әҙерләнә башлай. Күренекле татар ғалимдары һәм яҙыусылары һәләтле һәм маҡсатына ынтылыусы, төпкөлдә йәшәп тә төрлө телдәрҙә һөйләшергә өйрәнгән, көнсығыштың урта быуат тарихын ғына түгел, Рәсәй шәрҡиәтселәренең хеҙмәттәре менән дә таныш булған йәш кешегә иғтибар итә. 1909 йылда Вәлиди шул уҡ Ҡасимия мәҙрәсәһендә төрки халыҡтары тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәтенән белем бирә башлай. Күп кенә татар гәзиттәре һәм журналдары уның төрки халыҡтары тарихы буйынса тәүге мәҡәләләрен баҫтыра. 1912 йылдың башында сыҡҡан тәүге китабы «Төрк үә татар тарихы»н Урта Азия һәм Төркиәлә хуплап ҡаршы алалар. Ғалимдың 21 йәшлек сағында яҙған был китабы әле лә фән йәһәтенән үҙенең ҡиммәтен юғалтмай. 1992 йылда Ҡазанда ул яңынан баҫтырыла ( татар телендә), 1993 йылда Истанбулда ( татар телендә кириллица менән), 1994 йылда Өфөлә ( башҡорт телендә), 2004 йылда Төркиәлә ( төрөк һәм башҡорт телдәрендә) сыға, ә 2005 йылда Өфөлә яңынан нәшер ителә ( башҡорт телендә).
Тәүге үҙаллы тарихи этнографик тикшереүҙәрен Вәлиди Бөрйән башҡорттары араһында башлай. 1913 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан «Шуро» журналының 19 22 һандарында уның башҡорт мәҙәниәте сығанаҡтары хаҡында мәҡәләләр тупланмаһы баҫыла.
Йәш тарихсының яҙмышында, уның ғалим булараҡ өлгөрөп етеүендә билдәле шәрҡиәтсе, Ҡазан университеты профессоры Н. Ф. Катановтың роле ҙур, ул Вәлидигә университетҡа уҡырға инергә әҙерләнгәндә, тәүге китабын нәшер иткәндә күп яҡлы ярҙам күрһәтә. 1913 йылда Н. Ф. Катанов Ҡазан университетына З. Вәлидовты тарихи археографик тикшереүҙәр үткәреү һәм ориенталистика күҙлегенән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ҡиммәтле китаптар, документтар, ҡулъяҙмалар йыйыу өсөн Фирғәнәгә ебәрергә тәҡдим итә. Сәфәр уңышлы була, уның һөҙөмтәләре менән Петербург шәрҡиәтселәре лә ҡыҙыҡһына.
Академик В. В. Бартольд рекомендацияһы буйынса ошондай уҡ маҡсат менән 1914 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Зәки Вәлидовты Бохараға йүнәлтә. Йәш ғалимдың был экспедицияһы тағы ла уңышлыраҡ була. Мәҫәлән, ул Ҡөрьәндең унынсы быуатҡа ҡараған төрки теленә тәржемәһен таба һәм уны Фәндәр академияһына алып ҡайта. Әлегә тиклем был ҡулъяҙма Ҡөрьәндең төрки теленә иң боронғо тәржемәһе булып ҡала. Был экспедиция һөҙөмтәләрен юғары баһалап, академик Бартольд түбәндәгеләрҙе яҙа: « Урта Азияла әлеге ваҡытта мәңгелеккә юғалыу хәүефе алдында торған ҡулъяҙма әҫәрҙәрҙе ҡотҡарыу, аргеографик һәм этнографик материалдарҙы йыйыуҙа халыҡтың ышанысы менән файҙаланған урындағы ғалимдарҙың файҙалы булыуы асыҡ, һәм был З. Вәлидовтың экспедицияһы менән кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләнә». Ул ваҡытта йәш башҡорт ғалимы тарафынан Рәсәй Фәндәр академияһы өсөн тупланған ҡулъяҙмалар коллекцияһы бөгөн дә шәрҡиәтселәргә «Вәлидов йыйылмаһы» тигән исем аҫтында билдәле".
Вәлидов кабинет тикшереүсеһе булмай. Ул крайҙың ер, демографик, социаль проблемаларын яҡшы белә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса сәйәсәткә йәлеп ителә. 1915 йылдың аҙағында Өфө мосолмандары уны Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына тәҡдим итә. Вәлидов Петроградҡа юл тота һәм ел дауыллы ижтимағи сәйәси эшмәкәрлеккә сума.
Мосолмандар фракцияһының башҡа ағзалары һәм Петроградта йәшәүсе төрки телле зыялылар менән бергә ул Рәсәй мосолмандарының съезына әҙерлек эшен башлай. Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезы 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үтә. Вәлидов унда Төркөстан делегаты сифатында ҡатнаша. Революциянан һуңғы Рәсәйҙә төрки халыҡтарының дәүләт ҡоролошо тураһында һорау буйынса көрәш башлана.
1917 йылдың йәйендә ул беренсе һәм икенсе башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша, төп документтарҙы әҙерләй, шул уҡ ваҡытта съездарҙа, мосолман эшмәкәрҙәренең Петроградта, Мәскәүҙә, Ташкентта, Өфөлә үткән кәңәшмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, башҡорт ауылдарында булып, зыялылар һәм йәштәр менән осрашырға өлгөрә, башҡорт милли дәүләтселеген төҙөү буйынса киң хәрәкәт йәйелдереү өсөн ерлек әҙерләй. Был йәһәттән З. Вәлидов тарафынан яҙылған 1 се һанлы фарман ҙур роль уйнай, унда большевиктар сәйәсәте граждандар һуғышына юл булараҡ баһалана, уларҙың ер сәйәсәте ҡабул ителмәҫлек булыуы билдәләнә, сөнки ул башҡорт крәҫтиәндәренең ергә борондан килгән хоҡуҡтарын юғалтыуға алып килә. 16 ноябрҙә ( яңы стиль буйынса) Башҡорт өлкә шураһы Башҡортостанды демократик Рәсәй составындағы автономиялы республика тип иғлан итә.
З. Вәлидов инициативаһы буйынса булдырылған башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙа төпләнә, генерал Дутов менән бәйләнешкә инә. Вәлидов хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәрби ғәскәр туплап,аҡтар армияһына ҡушылыуға ирешә. Улар Колчактан Башҡортостандың автономияһын таныуҙы талап итә. Әммә союзниктар яғынан ярҙам артҡан һайын Колчактың шовинислығы үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. З. Вәлидов үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: «Мин Советтарға ҡаршы көрәште аҙағына тиклем дауам итеү яҡлы инем. Әммә Көнбайыш Себерҙә союзниктар (француздар, инглиздар һәм американдар) яҡлауына ышанған генералдар диктаторлыҡ режимын урынлаштырыу буйынса пропаганда башланы, ә был беҙҙең әхлаҡи рухыбыҙға тап килмәй. „Российское Учредительное собрание“, яңы демократик идеяларға ышаныс һаман да көслө ине әле, әммә союзниктарҙың тупаҫ ҡыҫылышының алама йоғонтоһо емергес көскә эйә булды.
Был миссионерҙар ярҙамында 18 ноябрь көнө Колчак үҙен „Рәсәйҙең юғары хакимы“, йәғни диктатор тип иғлан иткәндән һуң, беҙҙең эштәребеҙҙең аҫты өҫкә килде. Беренсе сиратта ул Комучҡа ғәйеп ташлай башланы. 21 ноябрь көнө Ҡаҙаҡ һәм Башҡорт хөкүмәттәрен бөтөрөү һәм башҡорт һәм ҡаҙаҡ ғәскәрҙәрен таратыу тураһында указдарын иғлан итте. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ ғәскәрҙәрен таратыу, ә мине һәм башҡа башҡорт лидерҙарын ҡулға алыу һәм хәрби ялан судына биреү тураһында ҡарар сығарҙы».
Башҡорт хөкүмәте совет власы менән башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы тураһында һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр була.
Төрлө айырым ярҙамсы частары булған ете полктан тороусы, Көньяҡ Уралдың тау урман һәм дала райондарында фронттың бер нисә километрын биләгән, мөлкәте, хөкүмәт учреждениелары, мөхәрририәте һәм типографияһы булған тотош бер хәрби ғәскәрҙең ҡышҡы насар юл шарттарында, аҡтар етәкселегенең шикләнеп, ә ҡыҙылдарҙың ышанмай ҡарауын иҫәпкә алғанда, Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы үтә ҡатмарлы эш булыуы аңлашыла. Бары тик ғәскәрҙең һәм халыҡтың йәш лидер Вәлидовҡа тоғролоғо күсеүҙе мөмкин тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән башҡарып сығырға мөмкинселек бирә. «Ҡыҙылдарҙың сәйәсәте һәм программаһы беҙҙең халыҡҡа яҡшы билдәле ине, өҫтәүенә беҙ уларға ҡаршы көрәштек, шуға күрә ғәскәрҙәрҙе, хөкүмәт ағзаларын тиҙ арала ҡыҙылдар яғына күсергә өгөтләү еңел булманы, тип хәтерләй һуңынан Вәлиди. Беҙҙең пландар тураһында мәғлүмәттең дошмандар яғына үтеп инмәүен тәьмин итеү өсөн Советтар менән һөйләшеүҙәр алып барылыуын ғәскәрҙән йәшерҙек. Уйланғанды тиҙерәк тормошҡа ашырырға кәрәк ине, шуға күрә тиҙ арала, бер көн эсендә ғәскәргә үҙебеҙҙең ҡарар тураһында хәбәр итергә лә, икенсе яҡҡа сығырға ла кәрәк булды. Генерал Акулинин һуңынан үҙенең иҫтәлектәрендә Ырымбур казактары өсөн был аҙым ғәҙәттән тыш ауыр эш булды, бары тик башҡорт ғәскәре һәм халҡының үҙ хөкүмәтенә, юлбашсыһына булған ышанысы күсеүҙе ойошҡан рәүештә башҡарырға мөмкинселек бирҙе, тип яҙа.
»20 февраль көнө полктар минең күҙ алдымда ҡыҙылдар яғына сыҡты. Мин пар ат егелгән санала ултырып, ғәскәрҙәрҙең күсеүен күҙәттем, уларҙы сәләмләгәндә күҙ йәштәремде тыя алманым. Һалдаттарҙың күбеһе илай ине. Күсеү тамамланғас, мин атсабар Әхмәтйәнйәндең яурынына һөйәлеп, күҙ йәштәремә быуылдым. Ғүмеремдә башҡаса улай илағаным булманы. Беҙ ирек һәм демократия идеалдарыбыҙҙы ҡорбан иттек, быға тиклем ҙур ныҡышмаллыҡ менән ҡаршы торған дошмандарыбыҙ алдында баш эйҙек, беҙҙе ниндәй маҡсатта файҙаланыуҙарын белмәйенсә, иркебеҙҙе уларҙың аяҡ аҫтына алып барып һалдыҡ. Халҡыбыҙҙың ҡараңғы киләсәге картиналары күҙ алдыма килә. Ғәскәрҙәрҙең артабанғы яҙмышы фажиғәле булыры шик тыуҙырмай ине".
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә "Үҙәк Советы власының Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡортостандың Совет Автономияһы тураһында килешеүенә ҡул ҡуйыла, килешеү Кесе (Малая) Башҡортостанға ҡағыла (бөгөнгө Башҡортостандың көнсығыштағы яртыһы, бөгөнгө Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең бер өлөшө), ул 1919 йылдың 23 мартында «Известия» гәзитендә баҫылып сыға.
Зәки Вәлидов һәм уның яҡлылар килешеүҙе үҙҙәре аңлауынса тормошҡа ашырырға үҙ армияһы, хөкүмәте, тышҡы бәйләнештәр бүлеге булған автономиялы дәүләтселек төҙөргә йыйына. Тиҙҙән барлыҡ һорауҙар кадрҙар, аҙыҡ түлек, хәрби, дәүләт һәм партия төҙөлөшө буйынса үҙәк һәм урындағы губерна властары менән килешмәүсәнлектәр барлыҡҡа килә башлай. Вәлидовты Мәскәүгә саҡыртып алалар, сөнки Башҡортостанда уның йоғонтоһо теләнмәгән һәм хәүефле һанала. Вәлидовтың Ленин менән бер нисә тапҡыр осрашып башҡорт автономияһының яҙмышы хаҡында һөйләшеүе лә ыңғай һөҙөмтә бирмәй, һәм ул Мәскәүҙән Урта Азияға китә. Унда баҫмасылар хәрәкәтенең төп идеологтарының береһенә әүерелә. Башҡорт хөкүмәтенең ҡайһы бер эшмәкәрҙәре лә уның артынан эйәрә.
Польшаға ҡаршы һуғыш тамамланғас, Ҡыҙыл Армияның һуғышҡа һәләтле частары Урта Азияға баҫмасыларға ҡаршы йүнәлтелә. Берҙәм булмаған, насар ҡоралланған баҫмасылар ныҡлы ҡаршы тора алмай, әлбиттә. Вәлидов һәм күп кенә башҡа юлбашсы һәм идеологтарға Иранға ҡасыуҙан башҡа сара ҡалмай.
1923 йыл башында сикте киҫеп үткән ваҡыттан башлап, Вәлидов Вәлидиҙең тормошо һәм эшмәкәрлегендә өр-яңы этап башлана. Эмиграцияла ул фән менән шөғөлләнеүенә кире ҡайта. Фольклор йыя, археографик һәм этнографик тикшереүҙәр үткәрә, башҡорттарҙың батша хөкүмәтенең колониаль, талау сәйәсәтенә ҡаршы күп һанлы ҡан ҡойошло күтәрелештәрҙең береһенән һуң бында күсеп, ҡарағалпаҡ халҡы араһында йәшәүсе башҡорт вәкилдәре янында була.
Иранда Вәлиди һирәк осраусы ҡулъяҙма китаптар эҙләүен дә яңырта. Улар Мәшхәдтә бик ҙур асыштарға алып килә. Ғалим сәйәхәтселәр Ибн-әл-Факих һәм Ибн-Фаҙландың ҡулъяҙмаларына, юғалған тип иҫәпләнеүсе китаптарға тап була. Ошо асыштар ғына ла фән тарихында үҙ исемен мәңгелеккә ҡалдырыр өсөн етерлек булыр ине. Европа китапханаларында бер аҙ эшләгәндән һуң, ул Төркиәлә нигеҙләнергә хәл итә, һәм 1925 йылдың майында Истанбулға килә. Уҡытыусыһы, академик В. Бартольдтың да Истанбулға килеүе ҙур ваҡиғаға әйләнә. Академик Төркиә институтында лекциялар уҡый, ә Зәки Вәлиди уны оҙатып йөрөй һәм тәржемәсе вазифаһын үтәй. Тиҙҙән Вәлиди Истанбул университетының филология факультетына тарих бүлегенә төрки тарихы уҡытыусыһы сифатында саҡырыу ала. Был ваҡытта ул бер юлы Төркөстан тарихы, төркиҙәрҙең дөйөм тарихы хаҡында китаптар әҙерләй, Ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаһы өҫтөндә эшләй, Бируни ижадын өйрәнә, 1917 йылғы революция һәм граждандар һуғышы йылдарында Рәсәй төрки мосолмандарының милли азатлыҡ хәрәкәте тарихы буйынса материалдарҙы системаға һала. Әммә айырыуса ҙур теләк менән Вәлиди Төркиә һәм Европа китапханаларының баһалап бөтөргөһөҙ ҡулъяҙма фондтарын өйрәнә һәм 1926 йылда «Истанбул китапханаларынағы ҡиммәтле әҫәрҙәр» тигән хеҙмәтен яҙа.
Бөтә донъяла шәрҡиәтселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән хеҙмәттәр авторы, Азия һәм Европа китапханаларында күп һанлы үтә мөһим ҡулъяҙма сығанаҡтарын асыусы, бөтә донъяға билдәле ғалим Вәлиди 1932 йылда Вена университетының студенттар эскәмйәһенә ултырырға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә лә эшләй.
Вена университетында Вәлиди өс йыл уҡый, немец һәм латин телдәрен тәфсирләп өйрәнә, «Ибн Фаҙландың юлъяҙмалары» темаһына немец телендә диссертация яҙа һәм уны 1935 йылдың 7 июнендә уңышлы яҡлап, философия фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була.
Ҡулына диплом алғандан һуң Вәлиди Бонн университетынан килгән саҡырыу менән файҙаланырға була. Бында ул 1938 йылдың көҙөнә тиклем Урта Азия һәм ислам тарихы буйынса лекциялар уҡый. Был йылда Германияның Мәғариф министрлығы Вәлидигә педагогик эшмәкәрлеге өсөн почетлы доктор исеме бирә.
Германияла Вәлиди үҙенең ғилми яҙмышының иң бәхетле мәлдәрен кисерә: 1939 йылда Дрезденда уның тормошондағы иң мөһим хеҙмәте «Ибн Фаҙландың юлъяҙмалары» баҫыла. Ибн Фаҙландың китабына комментарийҙар Вәлидовҡа ғилми донъя киңлегендә ҙур билдәлелек алып килә.
Бынан тыш Германияла Вәлиди тағы бер нисә хеҙмәтен яҙа: «Ун ете ҡом менән ҡапланған ҡала һәм Садри Максуди бей», «Ислам һәм география фәне», «Һинд иран сик өлкәләре тураһында тарихҡаса тикшереүҙәр һәм тюркология проблемалары», « Әль Бируни төньяҡ халыҡтары тураһында», «9 10 быуаттарҙағы ғәрәп сығанаҡтары буйынса германдарҙың ҡылыстары», «Боронғо хорезмдарҙың теле һәм мәҙәниәте тураһында», «Урта быуатта Урта Азияла халыҡтың тығыҙлығы», «Боронғо төрки һәм монголдарҙа карта һәм картография проблемалары» һ.б. Һәм, ниһайәт, 1940 йылда Ҡаһирәлә Зәки Вәлидиҙең ҙур күләмле «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның үткәне» (төрөк телендә) һәм Делиҙа инглиз телендә «Бируниҙың донъя картинаһы» сыға.
Ул арала фашистар Германияһы бөтә донъяға ҡаршы һуғыш асырға йыйына. Зәки Вәлидов Төркиәгә ҡайтырға ҡарар итә.
Ғалимдың үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Зәки Вәлиди Туған Истанбул университетының әҙәбиәт факультетына төрки тарихы профессоры итеп тәғәйенләнә, икенсе донъя һуғышы башланған көндө Вәлиди Германиянан Төркиәгә юлға сыға. Австрия шәрҡиәтсеһе Г. Янски был турала түбәндәгеләрҙе яҙа: «Ниһайәт,Зәки Вәлиди үҙенең лайыҡлы урынын: төрөк дәүләтендә төрки тарихы кафедраһын алды. Ниһайәт уның иҫ киткес эшләү һәләте яйға һалынмаған, билдәһеҙ яҙмышы арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡамасауҙарҙан тулыһынса азат. „Боронғо дәүерҙәрҙән бөгөнгө көнгә тиклем төркиҙәрҙең тарихы“ ( был планда Төркөстанда уның ошо хеҙмәте айырым урында тора), шулай уҡ төрки халҡы тураһында этнографик һәм дөйөм хәбәрҙәр, ниһайәт төрки тормошо киңлегенә ҡараған илдәр, шул иҫәптән Әзербайжандың тарихи географиялары тураһында хеҙмәттәре Зәки Вәлиди Туғандың фән алдындағы ҡаҙаныштарын билдәләүсе өлкәләр. Унан башҡа бер кем дә был эштәрҙе бындай юғары кимәлдә яҙа алмай, бының өсөн ошо ерҙә тыуып үҫергә кәрәк. Мәҫәлән, „Ислам энциклопедияһына“ ингән Алишер, Науаи, Амударья, Бируни, башҡорттар, хазарҙар, Герат һәм Хорезм тураһында мәҡәләләрҙе Вәлидиҙән башҡа бер кем дә шундай иҫ киткес тәрәнлек менән яҙа алмаҫ ине. Бары тик ул ғына Ибн Фаҙлан һәм Бируниҙы шул тиклем тәрән һәм төрлө яҡлы итеп асырға һәм аңлатма бирергә һәләтле. Шулай уҡ өҫтә әйтелгән көнсығышты өйрәнеү дисциплиналарына үҙенсәлекле, яңы сағылыш өҫтәүе лә уның ҡаҙанышы, тимәк ул бөгөнгө көндә фәндең был өлкәләрендә һис шикһеҙ әйҙәүсе белгес булып тора. Уны был фәндәрҙең тере энциклопедияһы тип атарға мөмкин, һәм ғалим булараҡ та ул үҙенә бер айырым күренеш булып тора».
Ғалимдың ижади тормошонда уңайлы осор 1948 йылда, уға 58 йәш булғанда башлана. Был ваҡытҡа ул үҙенең тағы бер фундаменталь хеҙмәте әле 1929 йылда уҡ нигеҙ һалынған «Тарих фәнендә алым» китабын тамамлай.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған данының иң юғары нөктәһе 1951 йылға, уның Истанбулда үткән ун икенсе Бөтә донъя шәрҡиәтселәр конгресына етәкселек иткән ваҡытына тура килә. Конгрестан һуң Зәки Вәлиди Туған ваҡытының күп өлөшөн донъяның төрлө мөйөштәрендә конференцияларҙа ҡатнашыу, иң билдәле университеттарҙа лекциялар уҡыуға бағышлай. 1954 йылды ул Англияла үткәрә, 1957 йылда АҠШ һәм Пакистанда эшләй. Зәки Вәлиди Туған бөйөк ғалимдар менән генә түгел, билдәле сәйәсмәндәр, әйтәйек, Д. Неру һәм Р. Пехлеви менән дә аралаша. Ошо уҡ ваҡытта ул Афғанстан, Пакистан һәм ғәрәп илдәренән күскенсе ҡаҙаҡтарҙың айырымланған төркөмдәрен Төркиәгә күсереү буйынса әүҙем эш алып бара.
Көнсығыш һәм Көнбайыштың бер нисә илендә Вәлиди төрлө награда һәм дәрәжәләргә лайыҡ була. 1957 йылда уға Манчестер университетының Почетлы докторы исемен биреү тантанаһында ғалим былай ти: «Үҙенең Почетлы докторы исемен биреүе менән Манчестер университетының миңә ҙур ихтирам күрһәтеүенә тәрән рәхмәтлемен. Тыуған яғымда, Урал тауҙарында йәшәгәндә, мин һеҙҙең ҡаланың исемен дә ишеткәнем булманы. Һуңыраҡ Манчестерҙа данлыҡлы инглиз туҡымаһы туҡыуҙары һәм уның бай китапханаларында күп көнсығыш ҡулъяҙмалары булыуы тураһында белдем…»
Ғалимдың ғүмеренең күп өлөшө уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә арнала. Төркиәлә генә түгел, Европа һәм Азия илдәрендә, шул иҫәптән Японияла ла күп кенә билдәле ғалим һәм эшмәкәрҙәр уны үҙенең уҡытыусыһы тип һананы һәм һанай. 1927 йылда Истанбул университетында уҡыта башлап, ул Европа, Азия һәм Американың күп кенә университеттарында белем бирә һәм үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1970 йылда шул уҡ Истанбул университетының шул уҡ әҙәбиәт факультетында тарих бүлегендә тамамлай.
Вәлидиҙең иң яҡын һәм тоғро уҡыусыһы булған профессор Тунжер Байкара яҙа: «Зәки Вәлиди ҡорос ихтыярлы кеше ине бына уның иң мөһим сифаты. Ул бер ҡасан да көрәштән тайпылманы һәм һөҙөмтәгә ирешмәйенсә туҡтаманы. Бәләкәй сағынан алып үлеменә ҡәҙәр шундай булып ҡалды. Тормош уның өсөн эш һәм көрәш аренаһы ине. Һәм уның тормош нигеҙен ғилми эш ниндәй хәлдә лә эш тәшкил итте. Ул Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең ҡушҡанын һүҙмә һүҙ үтәне: „Ғүмерегеҙ сикһеҙ булғандай эшләгеҙ, һуңғы көнөгөҙҙө йәшәгәндәй доға ҡылығыҙ“. Үлер алдынан дауаханала ятҡанда ла бер аҙ хәл инһә, ул ғилми эшенә тотона ине».
Ғүмеренең һуңғы йылдарын Зәки Вәлиди Туған үҙенең «Иҫтәлектәре» һәм «Оғуз тураһында дастанға» бағышлай. Шул ваҡыттан алып башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен Вәлиди мемуарҙарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай.
Әммә сир көсәйгәндән көсәйә. Ғалимдың был ваҡытта Америкала булған балалары Төркиәгә ҡайта һәм аталары эргәһендә булалар. Ауырыуҙың көсәйеүе ҡабаттан операция эшләргә мөмкинселек бирмәй. 1970 йылдың 26 июлендә сәғәт иртәнге 6 ла Зәки Вәлидиҙең йөрәге тибеүҙән туҡтай. «Оғуз тураһында дастан»ды тамамлау бурысы Тунжер Байкара өҫтөнә төшә. Остазының үлеменән һуң ул дастанды тамамлай һәм баҫтырып сығара.
Ғалимдың ҡатыны Нәзмиә ханым был юлдар авторына Вәлидиҙең һуңғы аҙналары тураһында һөйләне. Операциянан һуң ауырыуға урындан торорға ярамай. Әммә быға тиклем энергияһы ташып торған кеше өсөн бынан да ауыр яза юҡлығы билдәле. Тормош иптәшенең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, сирле урынынан тора һәм үҙе бәҙрәфкә йүнәлә. Ошо, Нәзмиә ханым фекеренсә, хәл иткес роль уйнай ҙа инде. «Һуңынан мине уға урынынан торорға рөхсәт иткән өсөн шелтәләүселәр табылды. Ә мин уларға: „Ул бер ҡасан да бер кемде лә тыңламаны. Сталинды тыңламаны, Ата төрөктө тыңламаны, мине ҡайҙан тыңлаһын инде“ тип яуап бирҙем», тип һөйләне.
Вафатына тиклем бер нисә йыл ҡалғас, Вәлиди Истанбулдағы унынсы быуатта, Фәтих Мехмет Солтан заманынан уҡ билдәле булған Каражаахмат зыяратында үҙе кеүек үк Төркөстандан килеп ошонда ерләнгән ниндәйҙер бер ғалимдың ҡәберен оҙаҡ эҙләй. Уның яҡты иҫтәлегенә доға ҡылырға ниәтләй, әммә таба алмай. Һәм бына Баязит мәсетендә үткән йыназа намаҙынан һуң үҙе лә ошо уҡ зыяратта ерләнә. Билдәле шәрҡиәтсе Карл Ян Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың үлемен ишеткәс, 19 быуат аҙағы 20 быуат башындағы урыҫ мәктәбе шәрҡиәтселеге йәшәүҙән туҡтаны, сөнки В. Бартольд ( 1869 1930) һәм В. Минорский ( 1877 1966) артынан бына инде Зәки Вәлиди Туған да китте, ти ул.
|
|
Тарихи шәхестәр |