Арҙаҡлы шәхестәребеҙТарихи шәхестәр

Тажетдин Мөфтөй Тәлғәт


Мосолмандарҙың үтенесе буйынса 1788 йылдың 22 сентябрендә Екатерина II указы менән төҙөлгән Өфөләге Диниә назараты Рәсәй мосолмандарының тарихи үҙәге булып тора. Был дини ойошманың 200 йылдан ашыу йәшәү осоронда исеме һәм структураһы бер нисә тапҡыр үҙгәртелде, бер-бер артлы рәйестәре алмашынды.

Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты башлығы вазифаһында Тәлғәт Сафа улы Тажетдин (Тажетдинов) 25 йылдан ашыу.

Шәйхелислам, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа Тажетдин 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡазанда тыуған. Юғары дин ғилемен Бохарала «Ғәрәп донъяһы» мәҙрәсәһендә, Ҡаһирәлә «Әл-Әзһәр» университетында ала, уны бөткәс, Ҡазан Собор мәсетенең беренсе имам-хатибы итеп тәғәйенләнә, унда 1980 йылдың июненә тиклем хеҙмәт итә. Һуңынан элекке СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары съезында 1980 йылдың 19 июнендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты рәйесе һәм мөфтөйө итеп һайлана. 1990 йылдың майында СССР мосолмандары Диниә назараттары (1991 йылға тиклем улар 4-әү була) башлыҡтары кәңәшмәһендә СССР Мосолмандар ойошмаларының халыҡ-ара бәйләнештәр идаралығы (1991 йылдан Мосолмандар ойошмаларының тышҡы бәйләнештәр ассоциацияһы) рәйесе итеп һайлана һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо вазифала.

1990 йылдың 6-8 июнендә Өфөлә үткәрелгән элекке СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары съезында ул ҡайтанан Диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе итеп һайлана. Ошо уҡ съезда мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға шәйхелислам дәрәжәһе бирелә. 1992 йылда Рәсәй мосолмандарының VI Ғәҙәттән тыш съезында Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратын Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Эре төбәк дини үҙәктәре (мөхтәсибәттәр) мосолмандарҙың диниә назараттары итеп үҙгәртелә (1992 йылдан алып хәҙерге ваҡытта 30 мөфтиәт) һәм Юғары мөфтөй дәрәжәһе индерелә, ул съезда ҡатнашыусыларҙың күпселек тауышы менән шәйхелислам Тәлғәт Тажетдинға бирелә. Ул ҙур сит ил һәм ижтимағи ислам ойошмаларында («Ислам Конференцияһы ойошмаһы», ЮНЕСКО, Европа мосолмандары лигаһы һ.б.) Рәсәй мосолмандарынан рәсми вәкил булып тора.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе мөһим халыҡ-ара конференцияларҙың ойоштороу комитетына индерелде йәки уларҙың почетлы рәйесе булып торҙо. Тәлғәт Сафа улы Рәсәй менән Сәғүд Ғәрәбстаны дипломатик мөнәсәбәттәрен яңыртыуға ярҙам итте. Юғары мөфтөй РФ Президенты эргәһендәге дини берекмәләр менән эш итеү Советы, Рәсәй Дини-ара Совет Президиумы, РФ Милли Хәрби фондының Попечителлек Советы ағзаһы булып тора.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Тарихи шәхестәр

 
Башҡортостан 450