Арҙаҡлы шәхестәребеҙТарихи шәхестәр

Шакиров Миҙхәт


 “Башҡортостан” энциклопедияһында уның тураһында ҡыҫҡа ғына әйтелгән: күренекле хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Артабан ул биләгән вазифалар атала – ябай инженерҙан алып КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының беренсе секретарына, СССР Юғары Советы Президиумы һәм КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына тиклем. Наградалары һанап кителә: 6 (алты!) Ленин, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.

Ул үҙенән һуң бер мемуар ҙа, көндәлектәр ҙә ҡалдырмай фанилыҡтан китә, ә бит уның донъяға бәйән итерлек нәмәләре күп була. Уның хаҡында бер китап та яҙылмаған. Ә бит был кеше 18 йыл республиканың беренсе кешеһе була. Был йылдарҙа сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөндә, ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур уңыштарға өлгәшелә. Быға тиклем 11 йыл магистраль торба үткәргестәр төҙөлөшө менән етәкселек итә, шул иҫәптән донъялағы иң ҙур Бохара-Урал газ үткәргесен ваҡытынан 13 ай алда файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итә. Һүҙ Миҙхәт Закир улы Шакиров тураһында бара.

Бежицкий машиналар эшләү институтын тамамлаған егет ҙур ойоштороу һәләте һәм ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға талапсанлығы, эштә тилберлеге һәм йыйнаҡлығы арҡаһында вазифа баҫҡысы буйлап тиҙ үрләй. 32 йәшендә Миҙхәт Закир улы Өфө геофизприборҙар заводы директоры була.

Һәм бына уңышлы етәксе 47 йәшендә партияның Өфө ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана, алты йылдан һуң бөтә республиканың партия ойошмаһын етәкләй. Технократҡа бөтөнләй икенсе өлкә эшмәкәрлеген – иҡтисадҡа партия етәкселеге алымдарын – үҙләштереү бик еңелдән бирелмәй. Миҙхәт Закир улы һуңынан үҙе таныуынса, бигерәк тә аграр сектор уның өсөн айырыуса ҡатмарлы була. Әммә эшкә һәләтлелеге, эрудициялы булыуы арҡаһында, йыш баҫыуҙарға һәм фермаларға сығып, механизаторҙар, малсылар, ауыл хужалығы белгестәре менән осрашып, был тармаҡты ла, уның проблемаларын, уларҙы хәл итеү юлдарын тиҙ өйрәнә. Республиканың тап ауыл хужалығын үҫтереүҙәге, шулай уҡ сәнәғәттәге уңыштары өсөн Миҙхәт Закир улы 1981 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Уның үҙ вазифаһынан китеү сетереклектәрен тәфсирләп тороуҙың кәрәге юҡ. Горбачев заманындағы үҙгәртеп ҡороу осоронда элекке партия элитаһы вәкилдәре яңы авторитар етәкселек итеү алымдарына күнегә алмай. Миҙхәт Закир улын да вазифаһынан бушатыу өсөн һылтау табыла.

Шакиров тураһында хәҙер республиканың совет осорондағы иң сағыу һәм квалификациялы партия-хужалыҡ етәкселәренең береһе булараҡ телгә алалар. Был кешенең әхлаҡи йөҙө тураһында ла оноторға ярамай, был хаҡта, айырым алғанда, түбәндәге факт буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин. 1987 йылда пенсияға сыҡҡас, ул Мәскәүгә күсеүҙән баш тарта, ә бит уның күп коллегалары – элекке өлкә комитеттарының беренсе секретарҙары – баш ҡалаға күсенә. Бындай осраҡта үҙенә тәҡдим ителгән Мәскәү фатирынан асҡыстарҙы Үҙәк Комитетҡа кире тапшыра ла Өфөләге өс бүлмәле секцияһында йәшәргә ҡала, дачаһы ла, машинаһы ла булмай. 2004 йылдың 1 майында ошонда уҡ вафат була.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Тарихи шәхестәр

 
Башҡортостан 450