Худяков Александр
Советтар Союзы Геройы Александр Худяков – сығышы менән Башҡортостандан, танкист, Украинаны гитлер илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн батырҙарса һуғыша, ошонда үҙенең үлемһеҙ батырлығын яһай ҙа инде. 1944 йылдың апрелендә, 38 йәше тулыуға 12 көн ҡалғас, Александр Худяков геройҙарса һәләк була, һәләк булғандан һуң 20 көн үткәс уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһында Указға ҡул ҡуйыла.
Александр Алексеевич Худяков 1906 йылдың 18 апрелендә Башҡортостандың хәҙерге Балаҡатай районы Нөгөш ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Ете класты тамамлай. Силәбе өлкәһендә йәшәй, тәүҙә атаһының хужалығында, 1930 йылдан колхозда эшләй. 1936 йылда… Мәскәү ҡалаһының Үҙәк аэродромында ашхана мөдире була. 1941 йылдың июлендә Мәскәү өлкәһе Ухтомск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Хәрәкәт итеүсе армияла – 1942 йылдан.
Фронтта элекке мөдир гвардия старшинаһына тиклем үрләй, 1-се Украина фронты 1-се гвардия танк армияһының 11-се гвардия танк корпусы 45-се гвардия танк бригадаһының 2-се танк батальоны танк механик-водителе була, ВКП(б) ағзалығына кандидат итеп күрһәтелә.
1944 йылдың 26 мартында Украинаның Тернополь өлкәһе Залещицкий районының Устечко ауылы эргәһендә Днестр йылғаһын аша сыға; 1944 йылдың 28 мартында экипаж составында Черновицкий өлкәһе Кицман районы Глиница ауылы эргәһендә Прут йылғаһы аша сығып, Черновцы ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Бында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Тыуған илебеҙҙең иң юғары наградаһына лайыҡ була.
Силәбе, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск, Черновцы ҡалаларында урамдар Герой исеме менән аталған, уның хөмәтенә таҡтаташтар ҡуйылған.
|
|
СССР Геройҙары |