Головин Алексей
63-сө айырым саңғы батальоны отделение командиры (3-сө удар армия, Калинин фронты), ВКП(б) ағзалығына кандидат сержант Головинға СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 ғинуарындағы Указы менән Герой исеме бирелә. Указда “командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн” тиелә.
1942 йылдың 20 майында Псков өлкәһе Великие Луки районы Ступино ауылы эргәһендә дошман атакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнашып, Алексей Головин һөжүм итеүсе гитлерсыларҙы үҙенә яҡын ебәреп, һуңынан пулеметынан ут аса һәм ҡасырға мәжбүр итә. Дошман һуғыш яланында 70 һалдат һәм офицерын ҡалдырып кире сигенә.
1942 йылдың 25 майында Пасино ауылы эргәһендә Пасино ауылы эргәһендә сержант Головин гранаталар ырғытып, дошман дзотын һәм ундағы 15 гитлерсыны юҡ итә. Ошо уҡ һуғышта ул тағы дошман һалдаттары менән ике дзотты шартлата. Батальондың башҡа яугирҙары ла уның өлгөһөнә эйәрә. Һөҙөмтәлә батальон 28 дошман дзотын һәм бер нисә тиҫтә дошман һалдаттарын һәм офицерҙарын ҡыйрата; Пасино ауылы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.
1942 йылдың 24 июнендә сержант Головин, разведка төркөмө составында дошман тылына үтеп инеп, етеш кешенән торған бер төркөм фашистарҙы юҡ итә һәм мөһим документтар эләктерә. Был алышта ул яралана. Икенсе тапҡыр яраланғандан һуң 1943 йылдың февралендә Головин Башҡортостандың Иглин районы Оло Тәләк район хәрби комиссариатына эшкә ебәрелә.
Буласаҡ герой 1912 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Салауат районы Митюшино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, колхозда, һуңынан Силәбе өлкәһе “Вязовая” тимер юл станцияһында обходчик булып эшләй. Ҡыҙыл Армияла 1936-37 йылдарҙа һәм 1941 йылдың июненән хеҙмәт итә. Хәрәкәт итеүсе армияға 1942 йылдың майынан эләгә.
1945 йылдан лейтенант Головин – запаста. Оло Тәләк дауаханаһында хужалыҡ мөдире булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Алексей Степанович Головин герой-ҡала Волгоградта йәшәй, 1981 йылдың 5 майында шунда вафат була.
|
|
СССР Геройҙары |