Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Калганов Алексей


Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районынан Алексей Нестерович Калганов 1942 йылдың майында, 22-се йәшендә, район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Өс йылдан Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, ә тағы 22 көндән һуң (31 майҙа) СССР Юғары Советы Президиумының уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһындағы Указына ҡул ҡуйыла.

Алексей Калганов 1921 йылдың 25 мартында Яңы Ҡуғанаҡ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, тыуған колхозында эшләй, һуғыш башланып бер йыл үткәс, фронтҡа китә. 282-се гвардия айырым танкка ҡаршы-истребитель артиллерия полкының орудие командиры була. Гвардеец Калганов өлкән сержант званиеһына тиклем күтәрелә, 1944 йылда ВКП(б)/КПСС сафына инә, Воронеж, Брянск, Үҙәк, 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.

Үҙ-үҙен аямай, ҡыйыу һуғыша, яралана, контузия ала. Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән наградлана.

Командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн гвардия өлкән сержанты Калгановҡа Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1946 йылда Советтар Союзы Геройы Калганов демобилизациялана, шунан һуң ауыл хужалығы етәксе хеҙмәткәрҙәренең партия мәктәбен тамамлай. Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, Ҡырмыҫҡалы районының Карл Маркс исемендәге колхозда эшләй. 1967 йылда баш ҡалаға күсеп килә һәм Өфө витамин заводында эшләй башлай. Пенсияға сыҡҡас та Өфөлә йәшәүен дауам итә, 1990 йылдың 16 апрелендә ошонда вафат була.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450