Рутчин Алексей
Алексей Иванович Рутчин был исемгә үлгәндән һуң 1944 йылдың 22 февралендә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн лайыҡ була.
109-сы гвардия айырым танкка ҡаршы истребитель дивизионы (110-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 37-се армия, Степной фронты) өлкән шоферы гвардия старшинаһы Алексей Рутчин 1943 йылдың 7 октябрендә һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Украинаның Кировоград өлкәһе Онуфриево районы Куцеволовка ауылы эргәһендә Днепр йылғаһының уң яҡ ярында, дивизион тылына дошман пехотаһы баҫып ингәс, ул әйләнмәле оборона ойоштора һәм подразделение яугирҙары менән гитлерсыларҙың атакаһын кире ҡаға. Бер үҙе ҡалғас, ҡурҡыу белмәҫ гвардеец өҫтәмә көс килеп еткәнсе ут яуҙырыуын дауам итә. Был алышта ул ҡаты яралана һәм шул уҡ көндө вафат була. Башҡортостандан Герой Куцеволовка ауылында ерләнгән.
Алексей Рутчин 1911 йылдың 6 декабрендә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Алтынсы класты тамамлап, райондың Куйбышев исемендәге колхозында малсылыҡ фермаһында, 1936-1941 йылдарҙа Үзбәк ССР-ы Сәмәрҡәнд өлкәһендә Ҡаттаҡурған һыуһаҡлағысы төҙөлөшөндә эшләй.
Ҡыҙыл Армияға Куйбышев өлкәһе Борск район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Фронтҡа 1942 йылдың декабрендә эләгә, 1943 йылда ВКП(б) сафына инә.
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында урам Герой исеме менән аталған, ул уҡыған мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.
|
|
СССР Геройҙары |