Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Хәйҙәров Әмир


1911 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостандың хәҙерге Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылында башҡорт крәҫтиәне Сөләймән Хәйҙәров ғаиләһендә улы Әмир донъяға килә. Ул 32 йәшендә Тыуған илебеҙҙең иң юғары наградаһы менән билдәләнгән батырлыҡ яһай.

Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының пулеметсылар взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты һәм буласаҡ коммунист Әмир Хәйҙәров 1943 йылдың 28 сентябренә ҡарата төндә Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагинский районы Вялье ауылы эргәһендә ике станок пулеметы расчеттары менән һалда Днепр йылғаһы аша сыға, дошмандың ут нөктәһен тонсоҡтороп һәм 18 гитлерсыны тар-мар итеп, башҡа подразделениеларҙың йылға аша сығыуын тәьмин итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн Әмир Хәйҙәровҡа Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғышҡа тиклем буласаҡ батыр пулеметсы ”Урал” колхозы рәйесе, ә 1937 йылдан 1941 йылға тиклем Үрге Ҡоҙаш сельпоһы рәйесе булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияла 1934-37 йылдарҙа һәм 1941 йылдың июненән хеҙмәт итә. Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың июненән.

Һуғыштан һуң үҙ тыуған яғында йәшәй. 1996 йылдың 25 ноябрендә вафат була. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында урам Герой исемен йөрөтә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450