Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Карманов Афанасий


Одесса хәрби округы 9-сы армия 20-се ҡатнаш авиация дивизияһы 4-се истребитель авиация полкының эскадрилья командиры капитан Карманов немец-фашист армадаһы һөжүмен тәүгеләрҙән булып ҡабул итеүсе Тыуған ил һаҡсылары араһында була. Дошман самолеттары менән геройҙарса һуғышып, ул өс дошман истребителен бәреп төшөрә, ләкин үҙе лә ошо һуғышта һәләк була. Был Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың икенсе көнөнә, 1941 йылдың 23 июнендә Молдавия баш ҡалаһы – Кишинев эргәһендә була.

Афанасий Георгиевич Карманов 1907 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Баҡалы районы Иҫке Кәстәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, милләте буйынса урыҫ. Башҡортостандың Туймазы районы Арҙат ауылында 5-се класты тамамлап, армияға алынғанға тиклем ауыл хужалығында эшләй.

Ҡыҙыл Армияла 1929 йылдан. 1931 йылда ВКП(б) сафына инә, 1933 йылда Ырымбур хәрби летчиктар мәктәбен тамамлай. 1939-1940 йылғы совет-фин һуғышында ҡатнаша. 50-нән ашыу хәрби осош яһай, шуларҙың береһе ваҡытында летчик Морозовты үҙ самолетында дошман территорияһынан алып сығып, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала. 1940 йылдың мартында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Бөйөк Ватан һуғышында тәүге көндән алып ҡатнаша.

СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы Указы менән командование хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм героизмы өсөн Афанасий Кармановҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Башҡортостандан Герой Кишиневта ерләнгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450