Горшков Василий
Башҡорт ере Рәсәй өсөн тыуҙырған иң ғәйрәтле яугирҙар араһында Бөйөк Ватан һуғышы геройы Василий Горшков та бар. Дүртөйлө районының Байгилде районында тыуып үҫкән мари егете Василий Горшков егерме биш йәшкә лә етмәй мәрхүм була, сөнки дошманды еңеү өсөн ул үҙ-үҙен аямай һуғыша.
575-се уҡсылар полкы (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) автоматсылар ротаһының отделение командиры, ВКП(б) ағзалығына кандидат кесе сержант Горшков Черкасск өлкәһе (Украина ССР-ы) Канево районы Тахтемиров ауылы эргәһендә Днепрҙы аша сыҡҡанда айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың туҡтауһыҙ артиллерия һәм пулемет уты аҫтында ул үҙ отделениеһы менән бергә беренселәрҙән булып кәмәлә штурмлаусы автоматсылар төркөмөн сығара һәм плацдармда нығынып урынлаша. Һуңынан икенсе төркөмдө көнбайыш ярға сығара. Дошман контратакаһын уңышлы кире ҡағып, В.Н. Горшков үҙе генә 15 гитлерсыны юҡ итә. Бынан һуң ул тағы ла дошмандың ут яуҙырыуы аҫтында балыҡсы кәмәһендә яралыларҙы һәм боеприпастарҙы йылға аша сығарып, алты рейс яһай.
Тулы булмаған урта белем алып, Горшков хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем Байгилде медпунктында эшләй. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 3 майында саҡырыла, ә ни бары ике йыл ярымдан һуң СССР Юғары Советы Президиумы Указы (1943 йылдың 23 октябрендәге) менән “командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн кесе сержант Горшков Василий Николаевичҡа Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә”.
1944 йылда батыр яугир һәм герой кесе лейтенанттар курсын тамамлай. Ләкин ул Еңеүгә тиклем йәшәй алмай: 1944 йылдың 31 авгусында Көнбайыш Украинала һәләк була. Василий Горшков Ивано-Франково өлкәһе Надворнянский районының Заречье ауылында ерләнгән.
Башҡортостанда герой тураһында иҫтәлек мәңгеләштерелгән. Дүртөйлә ҡалаһында 1967 йылдың 29 октябрендә Василий Горшковҡа һәйкәл ҡуйыла, бында шулай уҡ урам һәм кинотеатр уның исеме менән аталған. Горшковтың тыуған ауылында йорт-музей асылған, ә ул тыуған йортта һәм уҡыған мәктәптә таҡтаташ ҡуйылған.
|
|
СССР Геройҙары |