Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Копылов Василий


Василий Копылов 1921 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, алты класты тамамлап, күрше Йылайыр районы игенселек совхозында бухгалтер булып эшләй. 1939 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Шуға күрә Бөйөк Ватан һуғышын тәжрибәле һалдат булып ҡаршылай һәм 1941 йылдың авгусында фронтҡа инә.

Ул Воронеж фронты 40-сы армия 10-сы танк корпусы 178-се танк бригадаһының мотоуҡсылар отделениеһы командиры була. 22 йәшлек комсомолец һәм сержант Василий Копылов Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 23 сентябрендә Украинаның Монастырек утары эргәһендә беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша йөҙөп сыға. Ҡурҡыу белмәҫ отделение командиры һуғышҡан подразделение ике тәүлек эсендә дошмандың өс атакаһын кире ҡаға. Бер төркөм совет яугирҙарына ҡаршы гитлерсылар дүрт танк, ике штурмлаусы орудие һәм бер батальон пехота ташлай. Сержант Копылов үҙе ошо орудиеларҙың береһен юҡ итә. Яу яланында 47 фашист мәйете ятып ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн сержант Копылов Василий Даниловичҡа, Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыштан һуң Василий Копылов Силәбе ҡалаһында төпләнә, шунда йәшәй һәм эшләй. Әммә яҙмыш уға оҙон ғүмер бирмәгәндер инде, 45 йәшенә ике ай ярым ғына йәшәп етмәй, 1966 йылдың 10 ғинуарында Герой вафат була. Силәбелә Успенский зыяратында ерләнгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450