Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Артамонов Владимир


Владимир Иванович Артамоновҡа Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме 1939 йылдың 17 ноябрендә эскадрильяның уңыштары һәм күрһәткән шәхси героизмы өсөн бирелә. Капитан Владимир Артамонов ул саҡта 1-се армия төркөмө 100-сө тиҙлек бомбардировка бригадаһы 38-се бомбардировка авиаполкы эскадрильяһына командалыҡ итә, ул 1939 йылдың 29 майынан 16 сентябренә тиклем Халхин-Гол йылғаһы (Монголия) районында япон милитаристарына ҡаршы һуғышта батырҙарса һуғыша.

Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы Требият ҡасабаһында тыуған, 1908 йылдан Башҡортостанда йәшәй: Белорет районының Әүжән ҡасабаһында, Үҙән ауылында, ә 1924 йылдан – Белорет ҡалаһында. Ошонда уҡ урта белем ала, ә 1924 йылдан 1928 йылға тиклем ВЛКСМ-дың Тамъян-Ҡатай канткомында (Белорет ҡалаһы) комсомол эшендә эшләй.

Белореттан Ҡыҙыл Армияға китә (1928 йыл). Ҡарауыл ротаһы ҡыҙылармеецы булып хеҙмәт итә, кесе авиабелгестәр мәктәбендә уҡый. 1930 йылда – Хәрби Һауа Көстәренең Ленинград хәрби-теоретик мәктәбен, 1931 йылда Борисоглебск хәрби летчиктар мәктәбен тамамлай. Воронежда бомбардировка авиацияһы частарында летчик-инструктор, ә 1933 йылдан Байкал арты хәрби округында авиаэскадрилья авиаотрядында “ТБ-3” бомбардировщигы командиры булып хеҙмәт итә.

1940 йылда Советтар Союзы Геройы Артамонов Н.Е. Жуковский исемендәге Хәрби-Һауа инженер академияһы ҡарамағындағы команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай һәм шул уҡ йылдың майынан Ҡыҙыл Армия Хәрби-Һауа Көстәре Баш идаралығының өлкән инспекторы булып хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 288-се һәм 209-сы бомбардировка авиация полктары командиры була, Мәскәүҙе һаҡлай, Курск эргәһендә һуғыша. 1944 йылдың 29 сентябрендә Чита өлкәһенең Хилок ҡалаһы эргәһендә күптән түгел Совет Армияһы Хәрби-Һауа Көстәре генераль инспекторының өлкән ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнгән полковник Артамонов авиакатастрофала һәләк була. Читала ерләнгән.

Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, Монголияның Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Белорет ҡалаһында һәм райондың Үрге Әүжән ауылында урамдар Артамонов исеме менән аталған; Үрге Әүжән мәктәбе бинаһына – таҡтаташ, Читала Ленин майҙанында – обелиск, һәләк булған урында һәйкәл ҡуйылған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450