Секин Владимир
Владимир Алексеевич Секин, легендаға һәм һуғыштың тере йылъяҙмаһына әйләнгән.
Владимир Алексеевич Секин 1924 йылдың майында Пенза өлкәһендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1935 йылда Секиндар ғаиләһе Стәрлетамаҡҡа күсеп килә, бында 1940 йылда Владимир Алексеевич 3-сө урта мәктәпте тамамлай. Володя нефтсе булырға хыяллана, ләкин икенсе донъя һуғышы тормошҡа үҙ төҙәтмәләрен индерә. Нефть техникумын ҡалдырып, аэрофлоттың Стәрлетамаҡтағы 101-се уҡыу эскадрильяһында осоу эшенә уҡый башларға тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Володя Секин үҙе теләп Ҡыҙыл Армияға китә, уны Энгельс хәрби-авиация училищеһына ебәрәләр. Бында ошо уҡ ваҡытта икенсе яҡташыбыҙ, буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев та уҡыған була.
Тәүге осоштарҙан уҡ лейтенант Секин үҙен ҡыйыу һәм арыу-талыу белмәҫ летчик-штурмовик итеп күрһәтә. 1944 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем гитлерсылар “ҡара үлем” тип йөрөткән, Секин идара иткән “ИЛ-2” штурмовигы 150 тапҡыр Белоруссия, Польша һәм Германия күгенә күтәрелә. Звено командиры хәрби машинаға бик оҫта идара итә. Фронтҡа ингәндең тәүге аҙнаһында уҡ кисәңге курсант Секин 28 хәрби осош яһай! Дошман артиллерияһы ҡыйыу летчик-штурмовикты 7 тапҡыр атып төшөрә! Әммә сиктән тыш ҡатмарлы шарттарҙан да ул бирешмәй еңеп сыға.
Тәүге наградаһын – Ҡыҙыл Йондоҙ орденын – Владимир Секин 1944 йылдың июлендә ала. Ул саҡта егеткә 20 йәш була. Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү тураһында шунда уҡ ҡына белмәй.
- Награда документтары әҙерләүҙәре тураһында һиҙенгәйнем инде. Ләкин исем бирелеүе тураһында хәбәрҙе йоҡлап үткәргәнмен, тип йылмайып иҫкә ала ветеран. – Ул көнө мин аэродромда дежурный инем. Объекттарҙы тикшереп сыҡҡас, дежуркаға инеп, радионы астым. Сираттағы юғары званиелар биреү тураһында тапшырыу башланып тора ине. Иң тәүҙә өс тапҡыр Герой легендар Кожедубаны, һуңынан ике тапҡыр Геройҙарҙы әйттеләр, ә ҡалғандарын һанай башлағанда йоҡлап киткәнмен. Ә иртәнсәк бөтәһе лә шатланышып мине ҡотлауҙарын аңлай алмайым. Көндөҙ дивизияла митинг үтте: утыҙлап кешене ҡотланылар. Йондоҙҙо һуңыраҡ, ноябрҙә, алдым. Уны миңә маршал Рокоссовский тапшырҙы.
Хәрәкәт итеүсе армияла Владимир Алексеевич 1957 йылға тиклем хеҙмәт итә. Һуңынан запастағы подполковник фронтта танышып өйләнешкән ҡатыны Александра Дмитриевна, улдары Владимир, Валерий һәм ҡыҙы Наталья менән Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайта. 1987 йылға тиклем мебель комбинатының транспорт цехына етәкселек итә.
Стәрлетамаҡта Константин Жуков исемендәге скверҙа Геройҙар аллеяһы бар. Былтыр Владимир Алексеевичтың 80 йәше тулыр алдынан ҡала хакимиәте скверҙа уның бюсын тантаналы асты. Ә бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын байрам итер алдынан Герой бюсы уның тыуған мәктәбендә лә ҡуйылды.
|
|
СССР Геройҙары |