Дәүләтов Ғәбдрәүеф
Ғәбдрәүеф Дәүләтов Башҡортостандың Әбйәлил районы Хәлил ауылында эшсе башҡорт Абдулғәни Дәүләтов ғаиләһендә тыуа. Ғәбдрәүеф ете класты тамамлай. 21 йәшендә янғын һағы начальнигы, һуңынан Баҡыр-Үҙәк руднигында шахтер була, бында Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем (1938 йыл) эшләй. Хәрби хеҙмәт ваҡытында (1938-1940) Көнбайыш Украинаға азатлыҡ походында (1939 йыл) ҡатнаша. Запасҡа сыҡҡас, тыуған иленә әйләнеп ҡайта, әммә хәрби хеҙмәттән алыҫ китмәй: ғөмүми мәжбүри уҡытыу инструкторы, һуңынан Әбйәлил районы хәрби комиссариатында инструктор булып эшләй.
1942 йылдың октябрендә Башҡортостан хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Шул уҡ йылды Өфөлә “Выстрел” курстары филиалын тамамлай, ә 1943 йылдың мартында Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә.
1943 йылдың 27 сентябренә ҡарата төндә Гомель өлкәһе (Белоруссия) Брагинский районының Нивки ауылы эргәһендә дошмандың ҡаты ут яуҙырыуы аҫтында Дәүләтов пулемет расчеты менән беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Ярға сыҡҡанда пулемет расчеты сафтан сыға. Бер үҙе ҡалған гвардия лейтенанты Дәүләтов ут ҡойоно асып, дошман автоматсыларын траншеяла йәшеренергә мәжбүр итә. Яугирҙар менән икенсе кәмә сыҡҡас, Дәүләтов винтовкаһы менән траншеяға ташлана һәм ҡул һуғышында алты гитлерсыны юҡ итә һәм береһен әсиргә ала, ул допрос ваҡытында Совет Армияһы өсөн мөһим мәғлүмәттәр бирә.
Был батырлығы өсөн Дәүләтов Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наградлау тураһында указға ҡул ҡуйылыуы хаҡында ул хатта белмәй ҙә. 1943 йылдың 27 октябрендә батыр офицер шул уҡ Гомель өлкәһенең Асаревичи ауылы эргәһендә ҡаһармандарса һәләк була.
Ул туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн гвардия лейтенанты Ғәбдрәүеф Дәүләтовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шуға күрә һуңынан был туғандар ҡәберлегендә уның тураһында иҫтәлеккә айырым гранит таҡтаташ ҡуйыла.
Ә Башҡортостанда, Әбйәлил районының уның тыуған ауылы – Хәлилдә, урта мәктәп уның исемен йөрөтә.
|
|
СССР Геройҙары |