Ишҡолов Ғәтиәт
1916 йылдың 15 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәгән ярлы башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә ул – Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов тыуа. 4 класты, һуңынан 1932 йылда механизаторҙар мәктәбен тамамлап, тракторсы була. Был ваҡытта Ишҡоловтар ғаиләһе Бала Сытырман ауылына күсә һәм тәүгеләрҙән булып колхозға инә. 1935-1937 йылдарҙа Ғәтиәт Ишҡолов тракторсы, һуңыраҡ Федоровка районы Пугачев МТС-ында механик булып эшләй. 1937 йылда Федоровка районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
1939 йылда пехота училищеһы курсанты Ғәтиәт Ишҡолов үҙе теләп совет-фин һуғышына китә. Демобилизацияланғандан һуң 1940-1942 йылдарҙа МТС-та тракторсылар әҙерләү курстарында уҡытыусы булып эшләй.
1942 йылдың февралендә Ишҡолов ҡайтанан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм шул уҡ айҙа һуғышҡа инә. 1944 йылда Харьков танк училищеһын тамамлай һәм самоходка командиры була.
Өлкән лейтенант Ғәтиәт Ишҡолов Чехословакияны азат итеүҙә ҙур батырлыҡ күрһәтә: 1944 йылдың 9 декабрендә үҙ самоходкаһы экипажы менән Требишов ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ Челевце ауылына беренсе булып бәреп инә; 1944 йылдың 10 декабрендә дошман позицияларын атакалағанда 8 пулемет нөктәһен, миномет батареяһын һәм тиҫтәләгән гитлерсыларҙы юҡ итә. Ошо һуғышта ҡыйыу офицер батырҙарса һәләк була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн өлкән лейтенант Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Советтар Союзы Геройы, 1941 йылдан ВКП(б) ағзаһы Ғәтиәт Ишҡолов Требишов ҡалаһынан көнбайыштараҡ Плехотице ауылында (Чехия) ерләнгән.
|
|
СССР Геройҙары |