Арҙаҡлы шәхестәребеҙСССР Геройҙары

Арыҫланов Ғәфиәтулла


Тәүге хәрби батырлығын ул Бөйөк Ватан һуғышына тиклем яһай, хәйер, ватан һуғышында ла үҙ-үҙен аямай һуғыша, был турала уның орден һәм миҙалдары һөйләй. Шулай ҙа иң юғары наградаға геройыбыҙ икенсе һуғышта, өс ай ярым ғына барған совет-фин һуғышында, лайыҡ була.

Маршал Семен Тимошенко командаһындағы ғәскәрҙәребеҙ 1940 йылдың 21 февралендә 12 километрлыҡ фронт участкаһында дошман оборонаһын өҙә. Был Маннергейм линияһы була. Бында беҙҙең бронетанк подразделениелары үтеп инеп, уңышты нығытырға тейеш була. Улар составындағы Арыҫлановтың взводына беҙҙең пехотаға атакаға күтәрелергә һәм алға китергә ирек бирмәүсе фин дзотын юҡ итеү бурысы ҡуйыла.

Йәшеренеп кенә взвод мөмкин тиклем дзотҡа яҡынлаша. Ләкин амбразура артында ла уяу торалар бит. Бына взвод командиры Прониндың машинаһы сафтан сыға. Уның артынан икенсе танк туҡтап ҡала. Арыҫлановтың экипажы дзотҡа 60-70 метрға яҡынлашҡас, машина бер юлы дүрт ерҙән тишелә, шуға ҡарамаҫтан, Ғәфиәт яуап уты аса. Ике снаряд сәпкә тейә. Дзоттағы пушка тынып ҡала. Арыҫланов башняһының ҡапҡасын асып, ергә һикерә. Ул зарарланған танктарҙың яҡындағыһына шыуышып барып, яраланған иптәштәренә ярҙам күрһәтеү өсөн уның эсенә инә. Дзоттан яңынан ут асалар, тик был юлы пушканан түгел, ә пулеметтан. Атыш туҡталғас, Арыҫланов икенсе танкка шыуып барырға була. Ул маҡсатына яҡынлашҡас, ҡапыл аҡ маскхалат кейгән бер нисә финдың да ошо уҡ танкка шыуышыуын күреп ҡала, күрәһең, уны һәм яралы танкистарҙы әсиргә алырға уйлағандарҙыр инде. Арыҫланов уларға табан ут асып, сигенергә мәжбүр итә. Һуңынан стартерға баҫа: мотор эшләп китә, снарядтар уны зарарламаған була. Бөтә яралыларҙы алып, ул дошмандың көслө пулемет уты аҫтында танкты һуғыш яланынан алып сыға һәм дүрт иптәшенең дә ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала.

Был алыш 24 февралдә була. Ғәскәрҙәребеҙ, дошмандың ҡаты ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, һөжүм итеүен дауам итә. Ә инде 12 мартта Финляндия капитуляция иғлан итә.

Ғәфиәтулла Шәһимәрҙән улы Арыҫланов ошо алыштағы батырлығы өсөн Башҡортостанда беренсе Советтар Союзы Геройы була: уны наградлау тураһындағы Указ 1940 йылдың 7 апрелендә иғлан ителә. Өҫтәүенә, ул фин кампанияһы өсөн республиканан Алтын Йондоҙға лайыҡ булған берҙән-бер кеше лә.

Ғәфиәтулла Шәһимәрҙән улы 1915 йылдың 20 сентябрендә Көйөргәҙе районының 2-се Кинйәбыҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән һуң колхозда иҫәпсе булып эшләй. 1937 йылда Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай.

Совет-фин һуғышынан һуң Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүен дауам итә. 1941 йылда Ульяновск танк училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында танк батальоны командиры була. 1945 йылдың 5 ғинуарында Будапешт ҡалаһында һәләк була..

Герой исеме менән 2-се Кинйәбыҙ ауылында урам аталған һәм иҫтәлекле стела ҡуйылған.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

СССР Геройҙары

 
Башҡортостан 450